

– Китте минең дә һөйгәнем илде Һаҡларға, яҡларға тәпәй баҫҡан тыуған ерен, йәндәй күргән һөйгән йәрен, тыуып-үҫкән Тыуған илен, ғәзиз ата-әсәһен, ҡәҙерле туғандарын.
Йөрәк түҙмәй, гүйә, тормош туҡтап ҡалды, тынып ҡалды. Ерем иңрәй, йәнем иңрәй, күҙҙәремдең нуры һүнде, йәшәүемдең йәме китте.
Тулған айға, моңһоу, һағышлы айға ғына,аҡылдан сигер сиккә етеп, күңелемде бушатам.
– Айым, минең, еткер, зинһар һөйгән йәремә: ул булмағас ҡоштарым һайрамай, гүзәл донъям йәмһеҙ, йәнһеҙ ҡалды. Тиҙерәк ҡайтһын батырым, тиҙерәк бөтһөн ҡәһәрле һуғыш.
Айым, дуҫ-серҙәшкәйем,
Еткер минең һөйөүҙе,
Ләкин әйтмә күргәнеңде
Минең йәшле күҙҙәрҙе.
Фәнисемде һөйәмен мин,
Ғашиҡмын уға, үлеп.
Күп һорамайым, айым,
Тик алғым килә үбеп.
Һәр көн һайын, һәр ваҡытта
Булғым килә янында.
Хатта мин дә барыр инем
Утлы һуғыш ҡырына.
Айым, минең, еткер йәремә:
Унһыҙ ҡоштар һайрамай.
Ошо матур донъя унһыҙ
Миңә йәмле бул(а)алмай.
Айым шыбырлар һиңә:
"Һөйә һине ҡыҙ бала.
Хыялыйҙың был һүҙҙәре
Тик һиңә бағышлана.
Шулай, егет, һин — бәхетле,
Һине бит яраталар.
Ә миңә — моңһоу айға,
Тик серҙәрен асалар».
Фәнисемдең әсәһе менән беҙ уның бала сағының, үҫмер, йәшлек йылдарының хәтер йомғағын һүтәбеҙ.
– Ул бит бала саҡтан шуҡ, етеҙ, өлгөр һәм ҡурҡыу белмәҫ ауыл малайы булып үҫте. Бик ярҙамсыл, минең яҡлаусым, ҡурсалаусым булды. Спорт, техника менән шөғөлләнде, иптәштәре алдында абруйы ҙур булды.
Тәүгеләрҙән булып Ватанын, Тыуған илен һаҡларға алыҫ тарафтарға юл алды, ил һағына баҫты йәшләй генә. Үҙе өсөн түгел,иптәштәре, дуҫтары өсөн борсолдо, ләкин мин уны Шайморатов, Ғөбәйҙуллин, Мортазиндарҙың тиңе итеп күрәм, уларҙың алмашсыһы булып, улар һымаҡ ут эсенә инеп китте бит...
Һуғыш — кеше тормошоноң
Бик ҡурҡыныс өлөшө.
Ул — яуызлыҡ, ул бит хәсрәт,
Кешеләрҙең күҙ йәше.
— Эй, кешеләр, туҡтап әҙгә,
Уйлағыҙсы, был хаҡта.
Туҡтатығыҙ һуғыштарҙы!
Бөтөрөгөҙ аһ-зарҙы!
Бөгөн иһә батырҙар,
Көрәшәләр ил өсөн.
"Тыныслыҡта йәшәргә!" – тип,
Улар һала бар көсөн.
Элина Сафиуллина,
Өфө радиоэлектроника, телекоммуникация һәм хәүефһеҙлек колледжы студенты.
(Етәксеһе – Мәүлиҙә Мөхәмәтғәли ҡыҙы Килдебаева.)
"Һалдат". Риана Тәминдәрова һүрәте.
Ауырғазы районының Талбазы ауылы.