Был дәрестә балалар менән башҡорт шағирҙарының, яҙыусыларының тормош һәм ижад юлдары менән танышабыҙ, башҡорт халыҡ ижадына байҡау яһайбыҙ.
Балалар бигерәк тә балалар баҫмаларында донъя күргән тиҫтерҙәре ижадын яратып уҡый. Үҙҙәре лә тәүге шиғырҙарын, әкиәттәр ижад итеп ҡарай.
Бөгөн беҙ һеҙгә балаларҙың иң ғәзиз кешеләре – әсәйҙәренә бағышланған шиғырҙарын тәҡдим итеп ҡарамаҡсыбыҙ.
Гөлшат Рәшитова,
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Әсәйҙәр бер генә
Әсәйем наҙҙары күңелде йылыта,
Әсәйем ҡулдары
йәм бирә йәшәргә.
Әсәйем һүҙҙәре
тормошҡа өйрәтә,
Әсәйҙәр донъяла ғүмергә бер генә.
Азалия Таһирова.
Бәхет
Бәхеттең иң ҙуры –
Әсәйле булыу.
Ишле ғаиләң
Булһа дуҫ, татыу.
Байлыҡтың иң ҙуры –
Әсәйле булыу.
Изгелек күрһәтеп
Аллаһҡа бағыу.
Ғәҙелхан Сурин.
Иң яғымлы һүҙ
Әсәй һүҙе шундай яғымлы ла,
Татлы ла ул беҙҙең донъяла.
Ошо һүҙҙе әйтеп, телен аса
Был донъяға килгән һәр бала.
Әсәй булғанға өйөбөҙ йәмле,
Әсәй бешергән икмәктәр тәмле.
Әсәйем минең — иң яҡын кешем.
Тик һинең янда мин иң бәхетле!
Нәргизә Арыҫланова.
Әсәйҙәр байрамы
Бөгөн әсәйҙәр байрамы,
Ҡояш та шат йылмая.
Өй эсе нурға тулған тип,
Һеңлекәшем ҡыуана.
Әсәкәйем – күҙ нурым,
Мин һине бик яратам.
Байрамың ҡотло булһын!
Һаулығың ныҡлы булһын!
Камила Илбәкова.
Йылы һүҙ
Әсәйҙәргә ауыр һүҙҙәр
Һис бер ҡасан әйтмәгеҙ.
Йылы, яғымлы һәм наҙлы
Һүҙҙәрҙе йәлләмәгеҙ.
Әсәйҙәр бит — тормош йәме,
Яҡты Ҡояш кеүектәр.
Ошо Ҡояш балҡып торһон
Ғаиләбеҙ күгендә!
Әминә Таһирова.
Ҡәҙерле кешемә
Ер йөҙөндә иң матуры —
Минең әсәйем.
Наҙлап-һөйөп, ярата
Беҙҙе әсәйем.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ
Һәр саҡ уға теләйбеҙ.
Ныҡлы терәк, яҡты Ҡояш —
Ул беҙҙең — әсәйебеҙ.
Даяна Ишемғолова.
Әсәйем, берҙән-берем!
Әсәйем, берҙән-берем,
Тормошомдоң биҙәге.
Һин бит — минең бер генәм,
Ғаиләбеҙ терәге.
Әсәйемдең һүҙҙәренә
Һәр саҡ ҡолаҡ һалабыҙ.
Атай менән беҙгә терәк
Булып һәр саҡ ҡалығыҙ!
Зөлхизә Төрөпҡолова.
Әсәйемә
Һәр көн иртән әсәйем
Наҙлап-һөйөп уята.
Уның алһыу йөҙҙәрен
Гөл-сәскәгә оҡшатам.
Оҙаҡ йәшә, әсәкәйем,
Мин яныңда булырмын.
Һине шатландырып ҡына
Йәшәргә тырышырмын.
Гөлнәзирә Күскилдина.
Рәхмәт, әсәйем!
Йөрәгеңдең йылыһын
Һин беҙгә бүләк итәһең.
Ғәзиз балаларым, тиеп,
Беҙҙе хәстәрләп йәшәйһең.
Рәхмәт һиңә, әсәкәйем,
Оҙаҡ йәшә, бул сәләмәт!
Улың һәм ҡыҙҙарың менән
Ғүмерең үтһен рәхәт!
Юлиә Зәйнетдинова.
Вәлиева Ынйының һүрәте. "Байрам менән". Ауырғазы районы Талбазы ауылынан.