+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
20 Март , 14:25

Март һанында уҡыусылар ижады

"Башҡортостан беҙҙән башлана" шиғриәт бәйгеһе

Март һанында уҡыусылар ижады
Март һанында уҡыусылар ижады

Белемгә ынтылайыҡ!

Белем алырға өндәгән
Мифтахетдин Аҡмулла.
Уның әйткән һүҙҙәре
Һәр ваҡытта хаҡ була.

Алға ынтылып, ныҡыштар
Тырышып белем ала.
Яңы сыҡҡан китаптарҙы
Ҡыҙығып уҡый һала.

Уҡыйыҡ, дуҫтар, китап,
Белемгә ынтылайыҡ!
Юлда кәртәләр осраһа,
Бер ҡасан бирешмәйек!

Мөхәммәт Мырҙағолов,

Бөрйән районының Яуымбай мәктәбе уҡыусыһы

Өләсәйем, һине яратам!

Шифалы ла һинең ҡулдарың,
Ай Ҡояштай яҡты йөҙҙәрең.

Аҡтан булһын барыр юлдарың.
Минең өсөн үрнәк һүҙҙәрең.

Рушана Ғилманова,
Дыуан районының Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты уҡыусыһы.

Яратам әсәйемде

Яратам мин әсәйемде!
Бик ҡәҙерле ул беҙгә.
Күҙҙәре уның нурлы,
Иң матуры ул беҙгә.

Яратам әсәйемде!
Күп тапҡыр әйтә алам.
Эштән ҡайтһа беҙҙең янға,
Ҡосаҡлап үбеп алам.

Нурмөхәмәт Мидеев,

Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусылары ижады.

Ҡәҙерлем

Иң ҡәҙерле кешем минең
Ул да булһа — әсәйем.
Көнөн, төнөн мине һаҡлай,
Ҙур кеше бул, тип теләй.

Һәр эшемде минең хуплап
Ҙур ярҙамын күрһәтә.
Кәңәштәрен дә йәлләмәй,
Изгелеккә өйрәтә.

Ынйы Солтангилдина,

Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусылары ижады.

Әсәйем, ҡәҙерлем!

Әсәкәйем, ҡәҙерлем,
Һиңә бәхет теләйем.
Ул да ярата мине —
Гел изге теләк теләй.
Әсәкәйем минең — изге,
Эшсән, оло йөрәкле.
Миңә йәшәү бүләк итте,
Тәрбиәләп үҫтерҙе.

Әмилә Мырҙағәлина,

Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусылары ижады.

Әсәйгә

Һинең ҡулдарың йомшаҡ,
Ап-аҡ мамыҡтай кеүек.
Һинең күҙҙәрең нурлана,
Күктәге Ҡояш кеүек.

Һин беҙгә был донъяла
Һаҡсы фәрештә кеүек.
Һинең көслө мөхәббәтең
Хәсрәттән һаҡлар берүк.

Элина Арыҫланова,

Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусылары ижады.

Шундай ул — әсәй!

Кем беҙҙе иртән уята,
Арҡанан һөйөп кенә.
Кем беҙҙе тәмле ашата,
Наҙҙарга күмеп кенә.

Кем беҙҙе мәктәпкә оҙата,
Теләктәр теләп кенә.
Кем беҙҙе өйҙә көтәсәк,
Хәстәрле көйөп кенә.

Заһир Тәхәүетдинов,

Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусылары ижады.

 

Илмир Тәминдаров һүрәте. "Әсәйгә". Ауырғазы районының Талбазы ауылы.

Автор:
Читайте нас