+8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
23 Март , 12:40

Талбазы уҡыусылары шиғырҙарын яҙға арнай

Дуҫтар! Иғтибарығыҙға - Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге  Талбазы башҡорт гимназияһының III синыф уҡыусылары шиғырҙары.

Талбазы уҡыусылары шиғырҙарын яҙға арнай
Талбазы уҡыусылары шиғырҙарын яҙға арнай

Дуҫтар! Иғтибарығыҙға - Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге  Талбазы башҡорт гимназияһының III синыф уҡыусылары шиғырҙары.

ЯҘ ЙЫРЫ

Тышта яҙҙың йыры гөрләй

Ҡоштарҙың һайрауында.

Ҡыйыҡтарҙан тып-тып итеп

Тамсылар тамыуында.

Гөрләүектәр сылтыраша:

“Яҙ килде!” лә “Яҙ килде!”

Донъя йоҡонан уяна,

Ҡояш йылыта илде!

ЙӘЛИЛОВ Асҡар.

**

ДУҪТАРҒА ОЯ

Ергә килеү менән яҙ,

Күңелдәргә тулды наҙ.

Ҡошсоҡтар ҙа ҡайттылар

Алыҫ-алыҫ яҡтарҙан.

Оя элдек дуҫтарға

Атай менән бергәләп.

Йылы булһын эсе тип,

Һалам да һалдыҡ эҙләп.

Сыйырсыҡтар ҡыуанды,

Күреү менән ояны!

Сутылдашып һайрауы

Күңелдәрҙе нурланы!

ЙӘЛИЛОВ Данис.

***

ЯҘ КИЛДЕ

Яҙ ҙа килеп етте инде,

Гөрләп аға йылғалар.

Ҡоштар йылы яҡтан ҡайтты,

Талға ҡунып һайрайҙар.

Тиҙҙән каникул башлана,

Сирек тә тамамлана.

“Бишле” билдәһе алыуға

Бөтәбеҙ ҙә шатлана.

РӘХИМОВ Айбулат.

***

ЯҘ

Тағын ергә килә яҙ,

Һауа һәм күк ап-аяҙ.

Гөрләүектәр ағалар,

Бик етеҙ икән улар.

Ҡайтты йылы яҡтан ҡоштар,

Улар бөжәк тоталар.

Ағастар тиҙҙән япраҡ ярыр,

Яланда йыйылыр дуҫтар.

МӨХӘМӘТШИН Арыҫлан.

***

ИЛЕМ

Мин ҡурайҙа уйнайым,

Уның көйөн тыңлайым.

Ә ул илемдә үҫә,

Илемде мин ҙурлайым

Мин бит Башҡортостанда йәшәйем!

ВӘЛИТОВ Айназ.

***

ҺҮРӘТ: "Яҙ етте", ВӘЛИТОВА Сәйҙә, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге  Талбазы башҡорт гимназияһының III синыф уҡыусыһы.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас