+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
6 Апрель , 15:34

Талбазы уҡыусыларының яҙ тураһындағы шиғырҙары

Аурығазы районы  Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусылары яҙ тураһында шиғырҙар яҙа:

Талбазы уҡыусыларының яҙ тураһындағы шиғырҙары
Талбазы уҡыусыларының яҙ тураһындағы шиғырҙары

Аурығазы районы  Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се синыф уҡыусылары яҙ тураһында шиғырҙар яҙа:

Яҙ килә

Яҙҙар килеп етеү менән

Ҡояш нурҙарын һуҙа.

Ҡарҙар иреп,  шарлауыҡтар

Бормалы юлдар яра.

Ағастар ҙа бөрөләнеп,

Йәшел япраҡтар яра.

Донъя,  күкрәген киргәндәй,

Иркенләп һулыш ала.

ҒИМАЛДИНОВ Айхан.

 

***

Яҙ килде

Яҙ килде, яҙ килде!

Бөрөләр асылды!

Ҡыш китте, ҡыш китте!

Һыуыҡтар ҙа ҡасты!

Нур һибә, нур һибә

Ҡояш тирә-яҡҡа!

Һыу аға, һыу аға

Йылға һәм күлдәргә!

Яҡтыраҡ бөтә ер,

Күңел дә йылмая!

Яҙ килә, яҙ килә

Шаулап илемә!

ВӘЛИЕВА Ынйы.

***

Гөрләүектәр аға

 Гөрләүектәр сылтырашып,

Ашҡына ҙур йылғаға.

Беҙ кәмәләр йөҙҙөрәбеҙ,

Ярышып алда булырға.

Ҡояш та көлөп ҡарай,

Уға ла бик күңелле.

Тамсы йырын “тып-тып-тып”

Яратып тыңлай кеүек.

РӘХИМОВ Таһир.

***

Яҙ етте

Яҙ ҙа  етте, яҙ етте!

Сыйырсыҡ  ҡайтып етте.

Һайрап та ебәрҙеләр,

Донъяға йәм бирҙеләр

ШӘФИЕВА Азалия.

***

Яҙ килде, яҙ!

Ер йәшәрҙе, йәмләнде.

Яҙ килде, яҙ!

Йылғала боҙҙар китте,

Яҙ килде, яҙ!

Ҡоштар осоп ҡайттылар,

Йырлайҙар, шатланалар.

Бөтә донъя яңырҙы,

Яҙ килде, яҙ!

ХӘСӘНОВ Илдар.

 

 

 

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас