+11 °С
Облачно
Ижад ҡомары
15 Апреля , 10:45

“Чарли”ның сәйәхәте

“Чарли”ның   сәйәхәте“Чарли”ның   сәйәхәте
“Чарли”ның сәйәхәте

Әминәнең йәйге ялы бик күңелле итеп лагерҙа башланып китте. Ул унда бик күп дуҫтар тапты, күңеле булғансы уйнаны. Уның йәйге ялы тамамланып, өйөнә ҡайтыуына, һөйөнөслө хә­бәр көтә ине: атаһы уға бәләкәй, матур ғына көсөк алып ҡайтҡан.
Уйынсыҡ кеүек, йомғаҡтай ғына йомшаҡ көсөккә Әминә “Чарли” тип исем ҡушты. Уны ул бик яратты. Буш ваҡыты булыу менән, урамға уйнарға алып сыҡты, йылға буйында, эргәләге урман- тауҙарҙа йөрөттө.
Бер көндө Әминә әсәһе менән фермаға эшкә йыйынды. Чарли ла, уларға эйәреп, оло юлға тиклем оҙатып ҡалған ине, әммә ҡайтыуҙарына көсөк өйҙә булмай сыҡты. Әминә көсөктө юҡһынды, йәлләне, эҙләп тә ҡараны, тик Чарли табылманы.
Икенсе көнө Әминә тағы ла әсәһе менән эшкә киткәс, ауылға юлаусылар, ауылдаштарҙан белешеп, Әминәләрҙең өйөнә килә. Уларҙы өйҙә донъя көтөп ҡалған ағаһы ғына ҡаршы ала. Был юлаусылар аҙашып ҡалған көсөктөң хужаһын эҙләп йөрөүҙәрен хәбәр итә. Был яңылыҡҡа Әминәнең ағаһы ла сикһеҙ шатлана. Юлаусыларҙың әйтеүе буйынса, көсөктө Магнитогорск ҡалаһына алып киткәндәр. Әминәнең ағаһына, телефон номеры яҙыл­ған ҡағыҙ киҫәген тотторалар ҙа ошо номер буйынса белешә алыуҙы әйтеп, хушлашалар.
Әминәнең ағаһы ошо уҡ ҡалала йәшәүсе Айбулат ағайҙарына шылтыратып, хәлде һөйләп, аң­латып бирә. Ә ул, тиҙ арала көсөктө алып киткән кеше менән бәйләнешкә сығып, оҙаҡламай юғалған көсөктө ауылға килтереп тә еткерә.
Баҡһаң, шул көндө сәйәхәт итеп ҡайтып барыусылар, көсөктөң юл ситендә йөрөүен күреп, йә аҙашҡандыр, йә кемдер ҡалдырып киткәндер, тип уйлап, ултыртып алып киткән булған икән. Шунан, был көсөк хужаһыҙ түгелдер ул тип, юл төшкәндә хужаһын эҙләп килгәндәр.
Шулай итеп, Чарлиның алыҫ ҡалаға сәйәхәте яҡшы ғына тамамлана.

Нурия Хәйбуллина,
Бөрйән районының Яуымбай мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас