+13 °С
Дождь
Ижад ҡомары
15 Апреля , 09:50

Мин — йыр!

Мин — йыр!Мин — йыр!
Мин — йыр!

Ҡояшлы иртә кеүек, кешеләргә яҡтылыҡ һәм изгелек нурҙары өләшергә яратам. Минең кө­йөм еңел генә хәтерҙә ҡала, ә һүҙҙәрем кәйефте күтәрә. 
Дуҫлыҡ, ғаилә, тәбиғәттең матурлығы — минең тормошомдоң асылы. Юлдарымда япраҡтарҙың шыбырлауы, ҡоштарҙың һайрауы, ямғыр тауышы һәм балаларҙың шат көлөүе яңғырай. Мине тың­лағанда кеше бәхетле мәлдә­рен, йылы осрашыуҙарҙын һәм туғандарын иҫенә тө­шөрә.
Музыкам кәйеф менән бергә үҙгәрә: ҡайһы берҙә мин — дәртле һәм күңелле, ҡайһы саҡта салт һәм тәүәккәл, шул уҡ ваҡытта тыныс, наҙлы бишек кеүек тә була алам. Мин дәртләндерә һәм йыуата, эштәргә илһамландыра һәм донъяға ҡарашты ыңғай яҡҡа үҙгәртә лә беләм. 
Маҡсатым — һәр йөрәкте йылытыу һәм яҡшыға өмөт биреү.

Заһиҙә Ҡотдосова,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас