

Яҙ етте
Ҡыш та үтеп, яҙ ҙа етте,
Ҡояш нурҙарын һибә.
Беҙ уны һағынып көткәнде
Яҙ апай үҙе белә.
Эх күңелле тышта көндәр,
Тып-тып килә тамсылар.
Яҙ айына шатланып,
Сыйырсыҡтар һайрайҙар.
Нәркәс ШАКИРОВА,
Дыуан районының Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты уҡыусыһы.
Дуҫтарға оя
Ергә килеү менән яҙ,
Күңелдәргә тулды наҙ.
Ҡоштар ҙа ҡайтты
Алыҫ-алыҫ яҡтарҙан.
Оя элдек дуҫтарға
Атай менән бергәләп.
Йылы булһын эсе тип,
Һалам да һалдыҡ эҙләп.
Сыйырсыҡтар ҡыуанды,
Күреү менән ояны!
Сутылдашып һайрауы
Күңелдәрҙе нурланы!
Данис ЙӘЛИЛОВ,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Яҙ йыры
Тышта яҙҙың йыры гөрләй —
Ҡоштарҙың һайрауында,
Ҡыйыҡтарҙан тып-тып итеп
Тамсылар тамыуында.
Гөрләүектәр сылтыраша:
“Яҙ килде!” лә “Яҙ килде!”
Донъя йоҡонан уяна,
Ҡояш йылыта илде!
Асҡар ЙӘЛИЛОВ,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Яҙ килде
Яҙ ҙа килеп етте инде,
Гөрләп аға йылғалар.
Ҡоштар йылы яҡтан ҡайтты,
Талға ҡунып һайрайҙар.
Тиҙҙән каникул башлана,
Сирек тә тамамлана.
“Бишле” билдәһе алыуға
Бөтәбеҙ ҙә шатлана.
Айбулат РӘХИМОВ,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Яҙ
Тағы ергә килә яҙ,
Һауа һәм күк ап-аяҙ.
Гөрләүектәр ағалар,
Бик етеҙ икән улар.
Йылы яҡтан ҡайтҡанға,
Шатлана бөгөн ҡоштар.
Япраҡ ярыр ағастар,
Яланды үлән ҡаплар.
Арыҫлан МӨХӘМӘТШИН,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Өләсәйем
Өләсәйем, һине яратам.
Шундай йомшаҡ ҡулдарың.
Сәсемдән минең һыйпайһың,
Һинең менән йәмле йылдарым.
Шифалы ла һинең ҡулдарың,
Ай-Ҡояштай яҡты йөҙҙәрең.
Аҡтан булһын барыр юлдарың.
Минең өсөн үрнәк һүҙҙәрең.
Рушана Ғилманова
Дыуан районының Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты уҡыусыһы.
"Яҙ". Карина Ғизәтуллина һүрәте.
Ауырғазы районының Талбазы ауылы.