

Борон-борон заманда урманда Төлкөсура менән Бүребай йәшәгән, ти. Төлкөсура уңған булған һәм матур-матур йорттар төҙөгән. Ә Бүребай, киреһенсә, ялҡау икән. Уның йорто иҫке, күптән иҫкереп бөткән, ти.
Бер ваҡыт урманда көслө дауыл ҡупҡан, ағастарҙы йыҡҡан, шул мәл Бүребайҙың иҫке генә өйө лә ишелеп төшкән, ти. Өйһөҙ ҡалғас, ул Төлкөсураға килә. Төлкөсура күршеһенә ихлас ярҙам ҡулы һуҙа. Икәүләшеп Бүребайҙың өйөн йүнәтәләр. Бергә эшләгәс күңелле лә, тиҙ ҙә була. Бүребай ҙа эшкә өйрәнә.
Шул ваҡыттан алып бүре менән төлкө татыу йәшәй, ти.
Реналь Әхмәтйәнов,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.