

Борон-борон заманда түгел, хәҙерге ваҡытта йәшәгән, ти, Айыухан исемле айыу. Ул бал яратҡан, ләкин үҙе бал ҡорттарынан ҡурҡҡан. Шуға ла бал ҡорто тотмаған икән. Ә бына күршеһе Төлкөбайҙың умарталары күп булған. Айыухан унан йыл да бал алған. Бер көндө Айыухан уға тағы ла бал алырға килгән.
– Күрше, быйыл балың булдымы? Бик ныҡ бал ашағы килә бит әле, – тигән ул.
Төлкөнөң дә балы әҙ булған икән быйыл, ләкин ул хәйлә юлына баҫҡан: шәкәр менән һыуҙы ҡушып, сироп эшләп, бал тип алдап, айыуға тоттороп ебәргән. Башҡа йәнлектәргә лә шулай итеп, аҡса эшләгән икән ул, хәйләкәр!
Айыу, өйөнә ҡайтып, бал ашарға ултырған. Тәмләп ҡараһа, бал тәме сыҡмаған кеүек. Тағы ашап ҡараған, ысынлап та бал тәме сыҡмаған. Айыу аптырашта ҡалған. Шунан бик аҡыллы, белемле Өкөбикәгә барып тикшертер өсөн уның янына киткән.
– Сәләм, Өкөбикә! Ошо балды тикшер әле, нишләптер бал тәме юҡ кеүек, – тигән.
– Уны тикшереү бик еңел. Бер-ике тамсы балды усыңа һал да ышҡы. Ысын бал ҡулға һеңә, яһалма булһа, ҡулға йәбешә, ярмалана, – тигән Өкөбикә.
– Рәхмәт, дуҫ! Был ысын бал булып сыҡманы бит әле, хәҙер был турала бөтә урман беләсәк, – тип, Айыухан төлкө йәшәгән яҡҡа юл алған.
Шулай ул! Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә!
Тәлғәт Ғәзизов,
Ғафури районы Красноусол ауылының Нияз Мәжитов исемендәге Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.