

Олатайҙар яулаған еңеү!
Өләсәйемдең атаһы –
Өлкән лейтенант Ноғман.
Бөйөк Ватан һуғышынан
Ҙур Еңеү менән ҡайтҡан.
"Ҡыҙыл Йондоҙ" орденын
Батырлыҡ өсөн алған.
Фашистарҙы дөмөктөрөп,
Берлинға тиклем барған.
Олатайымдың атаһы –
Ҡартатайым Зәйнулла.
Һуғыш йылдары балаһы
Һынатмаған баҫыуҙа.
81 йыл элек Еңеү
Булмаҫ ине уйҙа ла,
Фронт һәм тыл берҙәмлеге
Әгәр ныҡлы булмаһа.
Асман Рахманғолов,
Күмертау ҡалаһының Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы.
Уларҙы хөрмәт итәйек!
Матур миҙалдар тағып,
Ветерандар атлап килә.
Дошманды ҡырып улар
Еңеү яулап ҡайтҡандар.
Һаҡлайыҡ ветерандарҙы,
Һәр саҡ хөрмәт итәйек,
Еңеү менән ҡотлап,
Сәскә бүләк итәйек!
Илзирә Әхмәтова,
Баймаҡ районының Күсей мәктәбе уҡыусыһы.
Ветерандар
Ветерандар, ветерандар,
Ерем имен булһын өсөн
Үлем аша үттегеҙ һеҙ,
Еңеү яулап бирҙегеҙ һеҙ!
Дан һеҙгә, ветерандар!
Ауыр тормош башҡа булмаһын.
Рәхмәт һеҙгә, ветерандар!
Һуғыш еле бүтән иҫмәһен.
Азалия Фаздалова,
Илеш районының Үрге Йәркәй ауылының 4-се мәктәбе уҡыусыһы.
Йәй килә
Үлән үҫә башланы,
Йәй килгәнен аңлатып.
Ағастар япраҡ яра,
Көндәр ҙә йылына.
Йәмле йәй ҙә килер,
Беҙгә шатлыҡ бирер.
Рәхәтләнеп ял итербеҙ,
Еләк-емеш йыйырбыҙ.
Йәнгүзәл Асҡарова,
Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.
Етеп килә йәмле йәй
Тауҙар,урмандар йәшәрҙе,
Балалар тышта уйнай.
Хәҙер генә беҙҙең яҡҡа
Килеп етә йәмле йәй.
Диана Теләүсина,
Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы.
"Еңеү көнө менән!". Тимур Байков һүрәте. Туймазы районының Серафимовка ауылы.