+9 °С
Ясна
Ижад ҡомары
2 Июнь , 04:25

2026 йылдың июнь һанында шиғырҙар

2026 йылдың июнь һанында шиғырҙар2026 йылдың июнь һанында шиғырҙар
2026 йылдың июнь һанында шиғырҙар

Мин — башҡорт ҡыҙы!

Балитәкле күлдәк кейҙем,
Сәсемә таҡтым сулпы.
Ә башыма кейҙем ҡашмау,
Мин бит — башҡорт ҡыҙы!

Ҡустыма

Минең Әмир ҡустыҡайым,
Һин бит минең туғанҡайым.
Тыуған көнөң килеп етте,
Ун бер йәшең тулып китте.

Әле генә бәпәй инең,
Ҡайһы арала үҫеп еттең.
Яңы ғына берҙә инең,
Бишенсегә килеп еттең.

Минең Әмир ҡустыҡайым,
Һин бит шулай шаянһың.
Һинең менән бик күңелле,
Әл дә генә һин барһың.

Йәшенмәк уйнайбыҙ

Мин йәшенмәк уйнайым
Апайым, ҡустым менән.
Һанайым да һанайым,
Унға еткәс, туҡтайым.

Шунан эҙләргә тотонам,
Тирә-яҡҡа ҡаранам. 
Йүгереп эҙләй торғас,
Ҡустымды табып алам.

Уйынды дауам итеп,
Мин тағы эҙләп китәм,
Оҙаҡ ҡына эҙләгәс,
Апайымды тап итәм.
 
Зилиә Ҡотлобаева,
Бөрйән районының Иҫке Монасип мәктәбе уҡыусыһы.


Йәй

Йәмле йәй килде,
Беҙгә шатлыҡ бирҙе.
Йылмайып ҡына йөрөрбөҙ,
Каникулда ял итеп.

Балалар иртә менән
Тышҡа сығып китәләр.
Көнө буйы уйнап,
Хәлһеҙ ҡайтып инәләр.

Үлән дә үҫеп етте,
Йәй килгәнен аңлатып.
Ағастар сәскәһен ҡойҙо,
Уңышҡа әҙерләнеп.

Тәмле еләк йыйырбыҙ,
Һут ҡайнатып эсербеҙ.
Ҡышҡа туңдырып ҡуйырбыҙ,
Ҡыш буйы һыйланырбыҙ.

Тышта ҡояш балҡыһа,
Кәйефебеҙ күтәрелә.
Йылы ямғырҙар яуып,
Бар донъяны йәмләһә.

Йәнгүзәл Асҡарова,
Бөрйән районының Ҡурғашлы мәктәбе уҡыусыһы.


Башҡорт аты

Башҡорт атының даны
Таралған барлыҡ илгә.
Яугир менән ул бергә,
Еңеү килтергән ергә.

Ҡурҡыу белмәҫ, хужаһылай,
Утты, һыуҙы ул кискән.
Ҡолон сағынан алып
Батыр, сапсан ат үҫкән.

Башын эймәгән дошманға,
Һуғыш уттарын үткән.
Башҡорт атына һөйөү
Беҙҙең йөрәккә күскән.

Йыраҡ илдәге яугирҙы
Тыуған иленә илткән.
Данлы башҡорт аттары
Бөгөнгә килеп еткән.

Айхан Ғималдинов,
Ауырғазы районы Талбазы ауылының Рәшит Назаров исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

 

"Тирмә эргәһендә". Маргарита Моратова һүрәте. Силәбе өлкәһе Сосновский районының Долгодеревенское ауылы.

Автор:
Читайте нас