+9 °С
Ясна
Ижад ҡомары
2 Июнь , 04:25

Ике ҡаҙан шулай татыулашҡан!

Әкиәт

Ике ҡаҙан  шулай татыулашҡан!Ике ҡаҙан  шулай татыулашҡан!
Ике ҡаҙан шулай татыулашҡан!

Был хәл бер ауылда булған. Ғаилә ҡунаҡ көткән. Әсәһе менән ҡыҙы аш-һыу әҙерләгәс, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға сыҡҡандар. Мейестә ултырған ике ҡаҙан шул саҡта һөйләшә башлаған.
– Һаумы, әхирәт! – тигән тауыш ишетелгән.
– Һаубыҙ әле! – тигән икенсеһе.
– Бөгөн һиндә нимә беште? – ти береһе.
– Бутҡа! Ә һиндә?
– Бик һәйбәт. Миндә тәмле аш!
– Юҡты һөйләмә! – тигән бутҡа ҡаҙаны.
– Үткән көндө миндә бешкән ашты хужалар маҡтап ашаны, ә һиндәге бутҡа тураһында һүҙ ҙә юҡ...
– Мин бутҡаны бит тиҙерәк бешерәм, ә һинең ашың бешкәнен бик оҙаҡ көтөргә тура килә, – тигән бутҡа ҡаҙаны.
– Тиҙлек мөһим түгел, ә аштың тәме! – ти аш бешкән ҡаҙан.
Ике ҡаҙан талашҡан ваҡытта өҫкө кәштәлә ултырған борос һауыты бутҡа ҡаҙанына килеп төшкән. Быны күреп, аш ҡаҙаны хихылдап көлгән. Көлгән ваҡытта өҫкө кәштәнән аш өҫтөнә тоҙ һауыты килеп төшкән.
Был арала өйгә хужабикәләр менән ҡунаҡтар килеп ингән, ти. Ҡунаҡтарға аш һалғандар. Ашап ҡараһалар, бик тоҙло булып сыҡҡан. Аптырап, хужабикә ҡунаҡтарға бутҡа һалып биргән. Әммә бутҡаһы ла шундай әсе,ти.
Шулай итеп, ике ҡаҙан да оятҡа ҡалған. Шул көндән алып улар бүтән бәхәсләшмәй, үҙ-ара дуҫ,татыу йәшәй, ти.

Маргарита МӨЖИПОВА,
Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Бәжекәй мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас