-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
30 Апрель 2018, 12:22

Бурһыҡ майы файҙалы, ти

Ике-өс йыл элек күрше ауылдан бер егет ме­нән һунар­ға йөрөй башланыҡ. Теге быға тиклем ул хәтлем һунарсы ла булмаған. Һунар итә бел­мәгәс, кейек-маҙар ауланмаһа, ҡыҙығы юҡ бит ин­де, ә минең менән барһа, гел генә берәй нәмә алып ҡайта тор­ғайныҡ. Шуға ҡомары ҡоторҙо ла китте тегенең.

Көҙ. Бер көн был әйтә:
– Ағай, анау яҡта бурһыҡ ояһын күрҙем, әйҙә, шуны барып алайыҡ.
– Бурһыҡты нимә итәһең? Шул ҡә­ҙимге эт кеүек хайуан бит ин­де… – тим.
– Уның майы ныҡ фай­ҙалы тиҙәр бит! Бронхит кеүек ауырыуҙы “һә” ти­гән­сә бөтө­рә, ти. Әй­ҙә, ағай, ба­ра­йыҡ, ми­нең бер үҙем­дең ге­нә хәл­дән кил­мәҫ ул… – ти­гәс, риза­лаш­тым. Белеп торам бит ин­де бы­ның ҡыш бу­йы брон­хиттан интегеп сыҡ­ҡа­нын. Ис­маһам, ысын­лап та йүнә­леп китһә, һу­нар­ҙа ла ял итеп ала­йыҡ әле тип ҡаҡ­шат­маҫ. Тик бур­һыҡ ке­үек кенә хай­уан­ға патрон әрәм итеп тор­ғо кил­мәй бит әле. Мин теге­гә әйтәм:
– Ярай, барырбыҙ. Тик был юлы мылтыҡ ал­май­быҙ, ә суҡмар! Баш­ҡорттар борон бурһыҡ­ҡа суҡмар менән генә йөрөгән.
Шулай итеп килештек тә кискә табан, бурһыҡ ояһынан сығыр­ға тейеш ваҡыттан саҡ ҡына алда­раҡ, ҡуҙ­ғалдыҡ. Машинала урын күп. Этте лә алдыҡ, уның, ғәҙәттә, файҙаһы ныҡ ҙур: оя­һы­нан сыҡҡан бурһыҡты абалап йөрөп бер урын­да тота, шун­да һунарсыларҙың береһе кейекте, фонарик менән яҡтыртып, күҙен ҡамаш­тырһа, икенсеһе суҡмар менән һуғып ала.
Шун­дай план менән шым ғына оя эргәһен­дә боҫоп ултырабыҙ. Иң мөһиме: хәҙер беҙҙең еҫ­те ояһы­нан сығып килгән бурһыҡ һиҙеп ҡал­ма­һын. Юғи­һә, кире ҡасып инеп китәсәк һәм уны былай ғына сығарып алырмын тимә. Ә күҙе уның насар күрә.
Ҡараңғы төштө. Бер мәл оянан ипләп кенә бур­һыҡтың мороно күрен­де. Ул тирә-яҡты еҫ­кәнеп алды ла һаҡ ҡына үҙе һалған һуҡмағы буйынса һунар­ға юл­лан­ды. Бик ныҡ алыҫҡа китмәҫ борон мин этте һөсләттем. Китте бит талаш! Бурһыҡ эткә генә бирешәме ин­де ул?! Иптәшем дә маң­лайына ҡуйылған фонарик менән йүгереп барып етте, ҡулын­дағы таяҡ менән бурһыҡты туҡмап маташа. Шунан нисектер бур­һыҡ уңайлы ғына итеп алдыма килеп тор­ғайны, бар көсөмә суҡмар менән тондорҙом. Иптә­шем дә шул уңай­лы ва­ҡытты шәйләп, ке­йек­кә таяғы ме­нән ын­тыл­ған икән. Ми­нең суҡ­мар бур­һыҡ­ҡа те­йер урын­ға тегенең ҡаҡ маң­лайына “шаҡ” итеп ҡал­ды.
Ҡапыл фонарик һүн­де. Иптә­шем ергә тәгә­рә­не. Ни­мә бул­ған­лы­ғы ба­шы­ма барып ет­кәс, ҡау­шап төш­төм дә ҡуй­ҙым. Ни эш­ләр­гә лә бел­мә­йем. Бер нисә тап­ҡыр машина яғы­на барып ураным. Фар­ҙарын яҡ­тыр­тып ҡуй­ҙым. Һыу алып килдем. Иптә­шем иҫ­һеҙ ята. Маң­лайын­да йоҙроҡ хәтлем шешек, ә уның уртаһы­нан ҡан сәптертә. Сикәләрен ыуып-һуҡ­ҡыслай тор­ғас, иҫенә ҡайта башланы был. Тере икән­леген күргәс, нисек ҡыуанған­ды белһәгеҙ!
Бурһыҡ ҡайғыһы әл­лә ҡасан осто! Кеше йәнен алмағанға Хоҙайға рәхмәттәр уҡый-уҡый, маши­наға тейәндек тә ҡайтып киттек. Ҡот алынған­дан баш та яҡшылап эшләмәй. Өйө эргәһенә алып барып еткерҙем дә, теге ҡапҡаһына инеп киткәс, боролоп ҡайттым да киттем.
Иптәшем үпкәләнеме икән, әммә башҡаса һунар­ға барайыҡ тип килеп йөрөмәне…

Булған хәлде тәжрибәле һунарсының ауыҙынан Мансур ҠАҘАҠАЕВ яҙып алды.

Читайте нас: