-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
7 Март 2019, 13:58

Терпе менән мышы

Урман буйлап мышы китеп бара икән, ти. Бара торғас бер яланға килеп сыҡҡан. Ә унда...

Ә унда терпе геү килеп яланды уратып йөрөй, етмәһә "Уууф, рәхәәәт! Үәәәәт рәхәәәәт!" тип көлә икән был. Мышы уны туҡтатҡан да:

- Эй, терпе, ниңә яланды уратып йүгерәһең? - ти.

- Аңлатырға ваҡытым юҡ, әйҙә минең арттан йүгер!" - тигән дә, артабан сапҡан. Уның артынан мышы ла.

Эй ялан уратып йүгерәләр, эй йүгерәләр ти былар, бахыр мышы инде хәлдән тайған.

Хәле бөткәс теге йүгерек терпене туҡтатҡан да:

- Йә, шунан, бында ни ҡыҙығын күрәң, нимәһе рәхәт инде??! - тип һорай, ти.

Терпе аптырап китеп:

- Аһ-аһ, һинең эсеңде үлән ҡытыҡламаймы ни? - тигән була, ти.
Читайте нас: