+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
18 Март 2019, 17:50

Мәктәп менән бәйле көләмәстәр

- Ишеттегеҙме, Айнур контроль эшенән “икеле” алған!

Беренсе синыфҡа барған уҡыусынан ата-әсәһе:
- Шунан, улым, беренсе көн оҡшанымы? – тип һорай.
- Беренсееее? Иртәгә лә тағы шунда барырға тимәксегеҙме? – тип яуаплаған малай.

***

Биология дәресенән һуң синыфташтар һөйләшә:
- Ишеттегеҙме, Айнур контроль эшенән “икеле” алған!
- Ысынмы? Ә ниңә?
- Күсергәне өсөн. Уҡытыусы уны үҙенең ҡабырғаларын һанап ултырған ваҡытта күреп ҡалған.

***

- Доктор, минең улымдың күҙҙәре ҡылыйланып бара шикелле ул.
- Ул тыумыштан шулай инеме?
- Юҡ, дәрестә күршеһенән күсерә.

***

Уҡытыусы:
- Әгәр һиңә дуҫың бер бесәй балаһы бирһә, күршеләрең тағы икәүҙе бүләк итһә, үҙең урамдан дүрт бесәй балаһы табып алһаң, һиндә бөтәһе нисәү була?
- Туғыҙ.
- Туҡта, әйҙә икенсе төрлө итеп иҫәпләп ҡарайыҡ. Мин һиңә бер ҡарбуз бирәм, аҙаҡ икене, ә унан һуң тағы дүрт ҡарбуз бирәм икән ти. Һиндә бөтәһе нисә ҡарбуз була?
- Һигеҙ.
- Шулай булғас һуң! Ә бесәй балалары ниңә туғыҙ?
- Туғыҙ шуууул, минең өйҙә берәү бар бит. Уны ҡайҙа итәйем?

***

Улы әсәһенә:
- Минең мәктәпкә барғым килмәй! – тип мыжый икән.
- Ниңә?
- Әпәт Әхмәтов аяҡ саласаҡ, Ҡәҙершин рогатканан атасаҡ, ә теге хулиган Мәргәнов миңә китаптар ырғытасаҡ! Юууҡ, бармайым!
- Былай булмай, улым. Беренсенән, һиңә 50 йәш тулды, ҙурһың инде. Икенсенән, һин – мәктәп директоры!

***

- Атай, бөгөн мәктәптә беҙгә грипҡа ҡаршы укол һалдылар!
- Маладис, ҡыҙым! Иламағанһыңдыр ул?
- Юҡсы, улар мине ҡыуып етә алманылар ул.
Читайте нас: