Урманда магазин асылған, ти. Уға һыу буйы оҙон сират теҙелгән. Бына, ҡуян, сиратты йырып, алға ынтыла. Әммә айыу, ҡуяндың оҙон ҡолаҡтарынан эләктереп ала ла, артҡа ырғыта:
– Сиратҡа баҫ! – ти ул ҡәтғи тауыш менән.
Был хәл көн дә ҡабатлана икән. Аптыраған ҡуян, ҡолаҡтары һыҙлауына түҙә алмай, айыуға ысын күңелдән рәнйеп китә:
– Был ниндәй хәл, тайыш табан айыу ағай! Өсөнсө көн, өсөнсө көн (!) һинең арҡаңда магазинымды аса алмайым!
Уҡытыусы:
- Нәркәс, ниңә һин «мамыҡ» һүҙенең аҙағына йомшаҡлыҡ билдәһе ҡуйҙың?
Нәркәс:
- Мамыҡ бит йомшаҡ була, шуға ҡуйғанмындыр инде, апай…
Атаһы биш йәшлек улынан:
– Балалар баҡсаһында ла шулай һуғышаһыңмы? – тип һорай.
– Эйе.
– Ә кем еңә?
– Тәрбиәсе.
Абитуриентҡа имтихан ваҡытында һорау бирәләр:
– Һеҙ Аҡмулла менән танышмы?
– Юҡ.
– Ә Ерәнсә сәсән менән?
– Юҡ.
– Ә Салауат Юлаев, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Рәшит Ниғмәти, Рәми Ғарипов, Мостайҙар менән?
– Юҡ.
– Сығырға мөмкин.
Сыҡҡас, ишек янында өймәкләшеп торған бер көтөү абитуриенттар быны һырып ала:
– Ҡабул иттеләрме?
– Юҡ, бында блатың, брат-ысватың буйынса ғына ҡабул итәләр икән, – тигән була, ти.
Дауахана. Психиатр табиптан:
– Үҙегеҙҙе бесәй тип хис итеүегеҙ ҡасандан башланды?..
– Ҡасан тип ни... Мин ул ваҡытта әле бесәй балаһы ғына инем...
– Улым, көн дә дискотекаға йөрөмә! Әтеү һаңғырау булып ҡалаһың бит!
– Рәхмәт, әсәй, мин туҡмын. Ун минут элек кенә ашаным...
Аҡыл яғынан зәғифтәр йортонда математика дәресе бара, ти.
Уҡытыусы:
– Шәкирә, икене икегә ҡабатлаһаң нисә була?
– Биш мең!
– Дөрөҫ түгел. Мәхмүт, йә, һин ниндәй яуап бирерһең?
– Шишәмбе була!
– Был яуап та дөрөҫ түгел, йә, бәлки Рәйфә әйтер... – тип Рәйфәгә борола.
– Дүүүрт...
–Дөрөҫ! Быны нисек иҫәпләп сығарҙың? Дуҫтарыңа аңлатып үт әле? – тигәс, Рәйфә:
– Һуң, апай, был элементар нәмә бит инде: биш меңдән шишәмбене алып ташлаһаң дүрт ҡала!.. – тигән булған, эре генә.
Рельс өҫтөндә помидор ултыра. Янында, ҡояшҡа ҡыҙынып, ергә һуҙылып төшөп, ҡыяр ята икән.
–Помидор, ҡайҙа юл тоттоң?
– Мәскәүгә, - тип әйтеп тә бөтөрмәгән, “пыст” иттереп, помидорҙы һытып, өҫтөнән поезд үтеп тә киткән, ти.