-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
4 Июль 2019, 12:12

Беҙҙән һеҙгә бер ус... көләмәс!

- Ҡулыңа нимә булды? - Бармаҡтан ҡан алдылар. - Ә ниңә ярты ҡулың - гипста? - Ә мин ҡаршылыҡ күрһәткәйнем...

– Әсәй, урамда йөрөп киләйем әле?

– Бысраҡ ҡолаҡтарың менәнме?

– Юҡ, дуҫтарым менән.


***

8-се синыф уҡыусылары “Бер миллион һум аҡсам булһа, нимәгә тотонор инем?” тигән темаға инша яҙып ултыра ти.

Дәрес тамамланыуға 10 минут ҡалғас, бер уҡыусы ҡулын күтәрә.

Уҡытыусы:

– Нимә, яҙып бөттөңдәме ни?

Уҡыусы:

– Миләүшә апай, миллионға тағы ла 100 мең һум өҫтәһәм буламы?


***

Күҙҙәрең ҡып-ҡыҙыл. Әллә яҙғы конъюктивитмы?

– Юҡ, төнгө Интернет.


***

Таһир өйгә бирелгән мәсьәләне сисә алмай ыҙалай. Аптырағас:

– Их, баш эшләмәй… – тип ҡуя.

Эргәһендәге ҡустыһы Фәтих, ҡыҙыҡһынып:

– Ағай, башың да үҙең кеүек ялҡаумы әллә? – тип һорай.


***



– Алло, сәләм, һин ҡайҙа?

– Мин өйҙә. Ә һин?

– Ә мин һинең менән бер автобуста китеп барам...
Читайте нас: