-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
29 Июль 2019, 20:19

Хайуандар менән бәйле көләмәстәр

Журнал уҡысыларыбыҙ беҙҙәң көләмәстәр күберәк булһа ине тип яҙалар. Рәхим итегеҙ!

Нишләп бесәҙәр төндә күрә?

- бесәйҙәр электр включательгә буйҙары етмәгәнгә


***

Заһит эттең ҡойороғынан эләктереп алған ине әсәһе ҡурҡышынан:

- Улым, ипләп, тешләп алмаһын!

Заһит:

- Ҡурҡма әсәй, эттәр ҡойороҡтары менән тешләй белмәй!


***


Уҡытыусы:

- Балалар, ни өсөн балыҡтар һөйләшә белмәй?

Заһит:

- Апай, ә һеҙ аквариумға башығыҙҙы тығып ошо һорауҙы биреп ҡараһағыҙ, аңларһығыҙ...


***


Эт менән бесәй осрашҡан ти. Бесәй эт булып өрә башлаған. Эт:

- Нимә эшләйһең ул?

Бесәй:

- Сит телдәр өйрәнә башланым тигән.


***


Сусҡа өйгә килеп ингән дә электр розетканы күргәс:

- ҡара эле, сусҡаны ҡотҡарыр кәрәк! Замуровали бит, тигән.
Читайте нас: