+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
30 Июль 2019, 19:57

Ә ниңә ул ҡыҙыл?

Сей әле, шуға йәшкелт төҫтә.

фото: Pngtree.com
фото: Pngtree.com
Шәкир бабай китеп бара ти. Унан:
- Әй, бабай, ҡайҙа китеп бараһың? – тип һорағандар.
- - Укол эшләтергә, әтнәке.
- Дауаханағамы ни?
- -Юҡ, янбашыма, әтнәке.


***

Бәләкәй ҡыҙсыҡ олатаһынан:
- Был ниндәй емеш? - тип һорай.
- - Ҡара ҡарағат була ул, балаҡайым.
- - Ә ниңә ул ҡыҙыл?
- Сей әле, шуға йәшкелт төҫтә.


***

Азат үҙенең игеҙәге – Булатты төп башына ултыртырға булып, уның ултырғысын буяп ҡуя.
Игеҙәге бүлмәгә килеп инеү менән:
- Азат, мин... – тип әйтеп тә өлөгрмәй, Азат уға:
- Ҡайҙа шулай ҡабаланһың? Ултыр, шунан һөйлә! –ти.
- Э-э-э, ней...
- Ултыр, ултыр!
Булат ултырғысҡа ултырып, тәрән һулыш алғас ҡына:
- Мин һиңә һинең салбарыңды кейеп торҙом тип әйтергә ингәйнем, - тигән ти.

фото: Pngtree.com

Читайте нас: