Бәләкәй ҡыҙ өләсәһе менән паркҡа йөрөп килергә сыҡҡан. Ә унда скрипкасы концерт ҡуя икән. Өләсәй эскәмйәгә ултырып концерт ҡарарға булған, ейәнсәрен эргәһенә ултыртҡан. Әммә ҡыҙсыҡҡа был концерт бөтөнләй оҡшамай икән. Тегеләй-былай боролоп ултыра торғас:
- Өләсәй, был ағай ҡулындағы йәшниген бысып бөткәс тә ҡайтайыҡ, йәме? - тигән ти.
Айзилә, әсәһенең сәсе ярайһы уҡ салланғанын күреп:
- Әсәй, нишләп һинең сәстәрең ағара ул? - тип һораған.
- Һин тыңламай мине асыуландырғанға ағара, ҡыҙым.
- Әәә, бына ни өсөн өләсәйҙең сәстәре ап-аҡ! - ти икән Айзилә.
- Балалар, "О" хәрефе булған һүҙҙәр әйтегеҙ әле.
Шул саҡ иң артҡы парта артында ултырған Ғәли:
- Го-о-о-ол! - тип ҡыҡырып ебәрмәһенме.
- Ул бит аҡтарға ҡаршы һуғышҡан!