Бәләкәй ҡыҙ телевизорҙан “хыялый булып яратам” тигән фразаны ишетеп ҡала. Кисен аш ашап ултырғанда атаһынан һорай икән:
— Атай, ә һин әсәйҙе күргәс тә хыялыйландыңмы, әллә кәләш итеп алғасмы?
Бер ҡыҙ туҡталышта илап ултыра. Үтеп барыусы кеше унан:
— Һылыу, ниңә илайһың? – тип һораған.
— Ҡуй инде, эсендә ҡиммәтле әйбер булғандыр инде?
— Юҡ, унда ҡыйбат нәмә юҡ ине.
— Улай булғас ниңә балауыҙ һығаһың?
— Сумкамда “шайтан ботон һындырырлыҡ” бола ине, оят миңә, оят! – ти икән ҡыҙ, тағы ла ҡысҡырыбыраҡ илап.
Бишенсе ғинуар. Әсәй-атай ҡунаҡта һаман... Илнур (7 йәш) менән һеңлеһе Рәшиҙә (4 йәш) Яңы йылдан ҡалған кәбеҫтә салатын йыпырып ултыралар.
— Беҙ һинең менән ике кәзә бәрәсе һымаҡ.
— Бында кәзә берәү генә былай!!! Мин - ҡуянҡай! Ап-аҡ ҡына ҡуянҡай!!! — тимәһенме!
Психиатр кабинетына теш араһына ниҙер ҡыҫтырып алған бер ир дүрт аяғында шыуышып килеп инә. Психиатр:
— Үәттттәәәәәәй! Кем килгән беҙгә? Бесәйме ул?
Теге ир тумба артына, мөйөшкә шыуышып тигәндәй инеп китә. Врач баҫа биреп ҡарап тора:
Ир ҡулын плинтус буйлап йөрөтә лә, икенсе мөйөшкә йүнәлә.
— Моғайын терпе балаһылыр ул был! Юҡмы? Ташбаҡа инде улайһа!
Ир ауыҙынан проводын ысҡындыра ла:
— Әй, брат, миңә тыныс ҡына интернет сымын һуҙырға ирек бирәле, ә!!! — ти