+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
17 Ғинуар 2020, 15:27

"Әсәй, ниңә һин тиҙ үҫтең инде? Бына әле бергә уйнар инек."

Көләмәстәр көндә тиерлек сығып тора. Дуҫтар, өр-яңылары менән беҙҙең менән дә бүлешеп тороғоҙ! Ә әлегә булғандарын уҡып көлөп алайыҡ.

Юғары уҡыу йортонда лекция бара. Лек-
тор:
– Йә, әйтегеҙ әле: кемегеҙ Салауат Юлаев-
тан да батырыраҡ, Аҡмулланан да зирәгерәк,
Рәми Ғариповтан да үткерерәк, Сөләймән
батшанан да ғәҙелерәк?
Иң аҙаҡҡы рәттән бер егет:
– Әсәйҙең әхирәтенең малайы тураһын-
дағы легенда бында ла килеп еткән икән,
– ти, аптырап.
* * *
Өс йәшлек ҡыҙ тәүге тапҡыр балалар баҡсаһына
килә. Ул, нисек тә иламаҫҡа тырышып:
– Әсәй, анауы ҡыҙ иламаһын әле, юғиһә минең
дә илағым килә, – тигән.
* * *
Ялҡау юлда барғанда йығылған. Тороп
бер аҙ киткәс, абынып, тағы барып төшкән.
Шунан һуң:
– Икенсе тапҡырға йығыласағымды белгән
булһам, бая йығылғас та, тормаған булыр
инем, – тигән була, ти.
* * *
– Минең этем шундай аҡыллы: ишек янына
килә лә ҡыңғырауға баҫа, һәм мин уны өйгә керетәм…
– Ә минеке шылтыратмайсы…
– И‑ий, йүләр икән дә этең…
– Юҡ та, уның үҙенең асҡысы бар…
* * *
Улы әсәһенә:
– Әсәй, ниңә һин тиҙ үҫтең инде? Бына әле
бергә уйнар инек.
* * *
– Иих, алйот ҡына этем бар. Мин уға гәзит
алып килергә ҡушһам, ул миңә аш бешерә
башлай…
* * *
Бер кафеға, этен эйәртеп, бер кеше килеп
инә лә, этем һөйләшә ала тип, бәхәс ойоштора.
Әммә эте тынын да сығармай. Баяғы кеше, отолоп,
аҡсаһын түләй ҙә моңһоуланып сығып китә.
– Һин беләһеңме, һинең арҡаңда мин күпме
аҡса отторҙом, – ти. – Һин ниңә бер һүҙ ҙә өндәшмәнең,
ә?
– И‑их, йүләр, һин иртәгә күпме оторыбыҙ
тураһында уйла!
Читайте нас: