+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
28 Ғинуар 2020, 18:14

Бүре менән ҡуянды хәрби комиссариатҡа комиссия үтергә саҡырғандар.

Дуҫтар, һеҙгә өр яңы көләмәстәр тәҡдим итәбеҙ! Рәхәтләнеп көлөгөҙ. Үҙегеҙ белгән көләмәҫтәр ҙә ебәрегеҙ.

Атаһы улын тышҡа сана шыуырға алып
сыға:
– Атай, мин башҡа һинең менән сана шы-
уырға бармайым…
– Мыжыма, һөйрә давай! – ти, икән атаһы,
ихлас сана өҫтөндә ятҡан килеш.
* * *
Бүре менән ҡуянды хәрби комиссариатҡа ко-
миссия үтергә саҡырғандар. Иң тәүге булып ҡуян
инеп киткән дә ҡыуанып килеп сыҡҡан:
– Мине алманылар, яраҡhыҙhың, – тинеләр.
Бүре:
– Нисек инде – яраҡhыҙ?
– Минең аяҡтарым шәп булhа ла, күҙем бик
насар күрә, hин беләhең бит, мин – ҡылый.
– Һин бит мине бер саҡырымдан күрәhең, –
тип аптыраған Бүре.
Ҡуян – Бүрегә:
– Ана, ағасты күрәhеңме?
– Күрәм.
– Ағастың ботағында бер бәләкәй генә ҡош
ултыра, күрәhеңме?
– Күрәм.
– Ә мин күрмәйем, – тигән.
* * *
– Ниңә һәр шәмбе һеҙҙең фатирығыҙҙа
бесәй ҡысҡыра ул?
– Мин уны йыуам…
– Мин дә йыуам, минеке ҡысҡырмай бит
улай!
– Ә һеҙ уны һыҡмайһығыҙмы әллә?
* * *
Ҡартәсәһе ейәнсәренә ике һағыҙ алырлыҡ
аҡса бирә лә:
– Береһе – апайыңа, – ти. Әлиә тиҙ генә
магазиндан ике һағыҙ һатып ала ла, әрсей һа-
лып, ауыҙына ҡаба. Апаһы мәктәптән ҡайтҡас,
ҡартәсәһе:
– Апайыңдың һағыҙын бир, – ти.
– Бәлтәмдең тишек кеҫәһенән төшөп ҡалған,
– ти Әлиә. Ҡартәсәһе:
– Алып кил, ҡыҙым, кеҫәңдең тишеген тегеп
ҡуяйым, – ти. Әлиә кеҫәһен әйләндерә лә:
– Тишеге лә юҡ булған, – ти.
* * *
Тарих дәресе бара. Уҡытыусы Кәримде
баҫтырып:
– Һинең ҡасандан алып минең дәрестә
булғаның юҡ, Кәрим? – тип һорай.
– Рим империяһы тарҡала башлағандан
бире, ағай!..
Читайте нас: