+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
27 Февраль 2020, 12:20

Көләмәстәр уҡып алайыҡ әле

Улы әсәһенә:- Әсәй, ниңә һин тиҙ үҫтең инде? Бына әле бергә уйнар инек.

Әсә кеше бәләкәй улы менән вокзалда электричка көтөп тора икән. Эргәләрендә ҙур кәүҙәле поп ултыра, буйы - ике метрҙай, арҡырыға - метр ярым барҙыр. Малай уны беренсегә күргәс, иҫе китеп ҡарап тора, ти. Хатта уның тирәләй бер-икене әйләнеп тә сыҡҡан, йәнәһе, ҡап-ҡара кейемле был ниндәй мөғжизә ул?! Поп малайға тыныс ҡына ҡарап тора биргән. Аҙаҡ малай әсәһһенә килгән дә:
- Әсәй, ә ниңә Ҡыш бабайҙың кейеме ҡап-ҡара ул? Әллә Ҡарһылыуы үлдеме икән? - тигән.
Әсә менән поп электричка килгәнсе һындары ҡатып көлгән. Аҙаҡ поп малайға шоколад биреп, оҙатып ҡалған.
Өс йәшлек ҡыҙ тәүге тапҡыр балалар баҡсаһы­на килә. Ул, нисек тә иламаҫҡа тырышып:
- Әсәй, анауы ҡыҙ иламаһын әле, юғиһә минең дә илағым килә, - тигән.
3 йәшлек малай гел атаһының машинаһына ултырып йөрөгән. Бер заман уны олатаһы үҙенең машинаһына ултыртҡан. Китеп баралар, ти былар. Малай олатаһына:
- Олатай, атайымдың машинаһында йөрөгәндә ағастар шәәәәп итеп йүгерә, ни эшләп һинекендә яй ғына баралар ул?, - тип һорап ҡуйған, ти.
- И-их, алйот ҡына этем бар. Мин уға гәзит алып килергә ҡушһам, ул миңә аш бешерә башлай...
Ялҡау юлда барғанда йығылған. Тороп бер аҙ киткәс, абынып, тағы барып төшкән. Шунан һуң:
- Икенсе тапҡырға йығыласағымды белгән булһам, бая йығылғас та, тормаған булыр инем,- тигән була, ти.
Читайте нас: