+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
13 Март 2020, 13:57

Һын ҡатҡансы, күҙҙән йәштәр сыҡҡансы

Бер бала өләсәһенә:– Өләсәй, 8 март менән ҡайнар ҡотлайым! Пауза... Өләсәһе ипләп кенә:– Йә, нимә теләйһең? – тип өндәшә.– Итле аш ашарға теләйем, бешерәһеңме? – тигән бала.

Атаһы менән улы әсәй кешегә, 8 Март айҡанлы, бүләк хәстәрләйҙәр.
– Тәк, улым, минән – 50, ә һинән 300 һум аҡса йыябыҙ ҙа бүләк алабыҙ!
– Оһо, ә нишләп минән унысама күп аҡса талап ителә ул?
– Сөнки һиңә, улым, әсәйең төшкө ашҡа аҡсаны мулыраҡ бирә!
* * *
Тиҙҙән 8 Март, ә минең һаман Яңы йыл кәйефе юҡ...

* * *
– Рөстәм, һин дуҫлашҡан ҡыҙыңа 8 Мартҡа нимә бүләк иттең?
– Иреклек!

* * *
7 март – һатыусылар өсөн иң уңышлы көн. Шуға күрә уны, 8 март көнөнә ҡарай, сауҙа итеүселәр көнө итеп билдәләргә кәрәк!

* * *
14 февралде, 23 февралде һәм 8 мартты рәсми рәүештә бер байрам көнө итергә кәрәк: Халыҡ-ара Ватанды һаҡлаусыларға ғашиҡ булған ҡатын-ҡыҙ ҙар көнө тип!

* * *
География уҡытыусыһы табипҡа килгән.
– Ҡайһы ерегеҙ ауырта? – тип һораған табип.
– Аяғым.
– Ҡайһы тирәһе?
– Табанымдың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә.

* * *
Тарих дәресендә уҡытыусы уҡыусыларҙан:
– Балалар, кем ул Спартак? – тип һораған.
– Спартак – чемпион! – тип уҡыусылар дәррәү ҡысҡырған.
Читайте нас: