+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
1 Апрель 2020, 14:28

Көлкө көнө менән!

Телефондан һөйләшеү:– Һеҙҙә унда көн торошо ниндәй?– Белмәйем, минең интернет эшләмәй.

Ата-әсәйҙәрегеҙҙе хөрмәт итегеҙ! Улар мәктәпте Яндексһыҙ һәм Википедияһыҙ тамамлаған!
* * *
Ике бала ишек алдында туп тибә. Шунан берәүһе икенсеһенән:
- Ҡара әле, өйөгөҙҙә ниндәй сыр-сыу ул?
- Эй, олатайым атайыма минең өйгә эште нисек эшләргә икәнен аңлата.
* * *
Турагентлыҡҡа звонок:
– Һеҙ Египетҡа путевка һатаһығыҙмы?
– Һатабыҙ.
– Унда ниндәй ял йорттарын тәҡдим итер инегеҙ?
– Хургада, Шарм–әш–Шәйех, Таба, Нувейба...
– Рәхмәт, бына, Нувейба беҙгә бара!
– Һеҙ унда ҡасаныраҡ барырға йыйынаһығыҙ?
– Бармайбыҙ, беҙ бында кроссворд сисәбеҙ...
* * *
Һорау үҙе тәҡдимде тыуҙыра, тиеүҙәре ялған! Илебеҙҙә бушлай интернетҡа шундай ҙур мохтажлыҡ, ә ул барыбер юҡ...
* * *
Бабай – малайға:
– Һин велосипедта йөрөй беләһеңме?
– Юҡ.
– Улайһа, минең велосипедты ҡарап тор әле, мин кибеткә кереп сығам...
* * *
– Самат, тиҙ генә әйт: һигеҙ бишең нисә була?
– Ҡырҡ биш, Әнисә апай.
– Дөрөҫ түгел. Ултыр, “икеле”!
– Һуң һеҙ, апай, тиҙ генә әйтергә ҡуштығыҙ ҙаһа, ә дөрөҫөн түгел...
* * *
– Кисә юлдан бер даға табып алдым! Беләһеңме, был нимәне аңлата?
– Беләм: ҡайҙалыр бер ат дағаһыҙ тәпәйләй.
* * *
Ике әхирәт талаша:
– Нишләп һин барыһына ла мине иҫәр тип әйтеп бөткәнһең?!
– Ғәфү ит, мин һинең быны йәшереп йөрөгәнеңде белмәнем бит…
Читайте нас: