+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
20 Май 2020, 13:35

Көлдөр-көлдөр-көлдөргөс

– Әсәй, мине мәктәптә бөтәhе лә hаран тип үсекләй.– Ни өсөн?– 100 hум бирhәң, әйтәм.

Атаһы 5 йәшлек улына өндәшә:
– Ҡарале һин аны, ә!!! Балалар баҡсаһында ла шулай һуғышаһыңмы?!
– Эйеее…
– Кем еңә?
– Тәлбиәсе Лимма апай…
– Айнур, һин Батырҙы күрмәнеңме? Дәрескә килмәнесе…
– Өйөндә ул, дүрт аяҡлы дуҫынан айырыла алмай.
– Бә-ә-әй, эт һатып алғанмы ни?!
– Ҡайҙан! Диван – уның дуҫы, диван!
Юғары уҡыу йортонда лекция бара. Лектор:
– Йә, әйтегеҙ әле: кемегеҙ Салауат Юлаевтан да батырыраҡ, Аҡмулланан да зирәгерәк, Рәми Ғариповтан да үткерерәк, Соломон батшанан да ғәҙелерәк?
Иң аҙаҡҡы рәттән бер егет:
– Әсәйҙең әхирәтенең малайы тураһындағы легенда бында ла килеп еткән икән, – ти аптырап.
– Вәли, бына һиңә ун кәнфит, шуларҙың яртыһын ҡустыңа бирерһең.
– Мин уға өс конфет бирәм.
– Һин һанай белмәйһеңме ни?
– Мин беләм, ҡустым белмәй.
Читайте нас: