+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
18 Июнь 2020, 18:21

Көләмәс уҡып, берҙе рәхәтләнеп көлөп алайыҡ әле

Уҡыусылар тарих музейына экскурсияға барған. Боронғо Египт фирғәүененең мумияһы алдында ике малай гәп һата:— Ҡара әле, бөтөн тәнен бинт менән урағандар.— Шулай шул. Боронғо Египет хулигандары ныҡ туҡмағандыр инде быны.

Уҡытыусы дәрестә балаларға уйлап табылған нәмәләр тураһында һөйләй ҙә аҙағында һорап ҡуя:
– Балалар, ә һеҙ нимә уйлап табыр инегеҙ?
– Ә мин өйгә эш эшләй торған робот эшләр инем. Төймәһенә баҫтың да – вәссәләм!
– Ә мин Азат уйлап тапҡан роботтың төймәһенә баҫып ултырған автомат эшләр инем, – ти Әмир.
* * *
Айнур күршелә йәшәгән Илгиздән:
– Ҙурайғас кем булаһың? – тип һорай.
– Табип булам.
– Иҫәрләнеп бараһыңмы әллә? Табипҡа көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡулын йыуырға кәрәк тә инде.
* * *
Баш табип дауахана буйлап тикшереп йөрөй.
– Коронавирус шиге булған пациент менән хәлдәр нисек?
– Былай насар түгел. Айырым палатаға һалып ҡуйҙыҡ. Махсус диета тәғәйенләнек.
– Ниндәй диета ул тағы?
– Печенье ашатабыҙ.
– Ни өсөн печенье?!!
– Һуң, ишек аҫтындағы ярыҡҡа печеньенан башҡа бер нәмә лә һыймай бит!
* * *
1 сентябрь. 1–се синыфта тәүге дәрес бара.
— Балалар, бына хәҙер һеҙ уҡыусы булдығыҙ. Дәрестә шым ғына ултырырға кәрәк. Әгәр ҙә берәй һорауығыҙ булһа – ҡул күтәрегеҙ.
Айнур шул саҡ ҡулын күтәрә.
— Берәй һорауың бар инеме, Айнур?
— Юҡ та, былай ғына һеҙ әйткәнде тикшереп ҡарарға булдым.
* * *
Булат мәктәптән кәйефе төшөп ҡайтып инә.
— Нимә, тағы “икеле” алдыңмы? – ти әсәһе.
— Алдым шул. Эх, ҡасан ғына пенсияға сығам инде, – ти улы, ауыр һулап.

Читайте нас: