Бер ғаилә ресторанға килеп инә лә, ашап алғас, ғаилә башлығы, иҫәпләшергә тип, официантты саҡыра. Аҡсаһын сығарып булышҡан мәлдә ҡатыны официантҡа һорау бирә:
– Ашап бөтөрөлмәгән ризыҡтарҙы этебеҙгә алып ҡайтырға мөмкинме икән?
– Әлбиттә, мөмкин, хәҙер контейнерға һалып бирербеҙ.
Балалар, шатлыҡтарынан ҡулдарын сәпәкәйләп:
– Урра! Беҙгә эт алалар!
* * *
Походҡа барғанда уҡытыусы уҡыусыларҙан:
– Беҙ ҡайһы яҡҡа китеп барабыҙ – төньяҡҡамы, әллә көньяҡҡамы? – тип һорай.
Нәзир күп уйлап тормаҫтан:
– Көньяҡҡа, – тип яуаплай.
– Ни өсөн шулай уйлайһың?
– Атлаған һайын эҫе була бара бит.
* * *
– Ҡыҙым, һин ҡайҙа булдың?
– Тәнзиләлә, мин уға өйгә эш эшләштем.
– Ул бит тик “бишле”гә генә уҡый.
– Мин уға үҙемдең өйгә эштәрҙе башҡарырға ярҙамлаштым.
* * *
Уҡытыусы:
– Уҡыусылар, ә ҡайһы йылға оҙонораҡ: Волгамы, әллә Миссисипимы?
– Миссисипи!
– Ә күпмегә оҙонораҡ?
– Теүәл дүрт хәрефкә!