– Диктантың шыр хата! Нисек улай хаталы яҙырға мөмкин, Морат?!
– Ә кем диктантты уҡыны, ә-ә-ә?!
Урыҫ теле уҡытыусыһы диктант яҙҙыра. Уҡыусылар уның ҡайһы бер һүҙҙәрен аңлап етмәй. Шулай ҙа, бер-береһенән һорашып, шыш-быш ҡына яҙа башлайҙар. Уның “сынок” тигән һүҙен барыһы ла “щенок” тип яҙған да ҡуйған... Иртәгәһенә апалары, барыһын да баҫтырып ҡуйып, ярты сәғәт өгөт-нәсихәт уҡыған.
Йәйҙең бер эҫе көнөндә, хәлдән тайып, юл ситендә арыҫлан ята. Ҡаршыһына йомортҡанан яңы ғына сыҡҡан себеш килеп баҫа. Арыҫлан:
– Хәҙер мин һине ашайым! – ти.
− Юҡ, ашамай тор, мин хәҙер өйҙән һимеҙ әсәйемде алып киләм! – ти.
Арыҫлан ышанып ятып ҡала. Ә себеш юҡ та юҡ.
Икенсе көндө тағы осратып:
– Ҡайҙа әпсәң? – ти икән арыҫлан. Себеш аптырап ҡалмай:
– Я инкубаторский! У меня нет матери! – тип,
урыҫсалап яуап бирә лә эре генә ары китә.
Ә Арыҫлан, шаҡ ҡатып, ятып ҡала.
– I don’t know нисек тәржемә ителә?
– Һин дә белмәйһең икән! Кемдән һорама –