-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
20 Ноябрь 2020, 19:50

Кәкүккә оя кәрәкмәй, ул сәғәттә йәшәй

Балалар баҡсаһында тәрбиәсе балаларҙан һорай: — Ниндәй ҡошҡа оя кәрәкмәй? — Кәкүккә! — Ни өсөн? — Сөнки ул сәғәт эсендә йәшәй. Артабан асһаң тағы көләмәстәр:

Ике үҫмер һөйләшә:
— Мин үҙемә татуировка эшләтергә булдым әле.
— Атай-әсәйеңдән эләгә инде.
— Юҡсы, мин улар менән кәңәшләштем, ҡаршы килмәнеләр.
— Улай булғас, һиңә нимәгә ул татуировка?
* * *
— Ни эшләп улай ваҡ итеп яҙаһың ул? — тип һорай икән уҡытыусы Илһамдан.
— Гүзәл Ильясовна, Һеҙ хаталарҙы танымаһын өсөн шулай яҙам!
* * *
Балалар баҡсаһында тәрбиәсе балаларҙан
һорай:
— Ниндәй ҡошҡа оя кәрәкмәй?
— Кәкүккә!
— Ни өсөн?
— Сөнки ул сәғәт эсендә йәшәй.
* * *
Ҡарпышҡолаҡ (Чебурашка) менән йомроикмәк (Колобок) бәхәсләшеп китә. Һуғышыуға тиклем барып етә былар.
— Ҡара уны, ҡолағыма теймә! — ти Ҡарпышҡолаҡ.
— Һин дә минең башыма һуғып ҡуйма, — тигән йомроикмәк.
* * *
Ғәзим уҡытыусыға өндәшә:
— Айһылыу Илдусовна, кешене ҡылмаған ҡылығы өсөн әрләргә яраймы ул?
— Юҡ, әлбиттә!
— Ура! Шәп, улай булғас, мин өйгә эште эшләмәгәйнем.
* * *
Зooпapкта:
— Атай, анау горилла ҡалай ҡурҡыныс итеп ҡарап ултыра ул.
— Сеү, был — касса ғына әле.
* * *
2 сентябрь, тәүге дәрес башланып тора. Уҡытыусы:
— Тағы һорауҙарығыҙ бармы, балалар?
— Ә каникул ҡасан башлана?
Читайте нас: