–Бөгөн кем таҡтаға сығып, яуап бирә, уға баһаны бер балға юғарыраҡ ҡуям.
– Мин, мин сығам! “3”-лө билдәһе ҡуя тороғоҙ...
Дүртенсе синыф уҡыусыһының “Мин һине яратам,” тип яҙған хаты ҡулына килеп эләккәс, синыф етәксеһе ныҡ асыулана:
–Нисек ундай хат яҙа алдың?! Выжданың бармы һинең, юҡмы?! Үҙеңдең хатаңды аңланыңмы инде хәҙер?
–Аңланым! Мин уға өйләнергә әҙер!..
Дүрт башланғыс синыф уҡыусыһы бер юлы дәрескә һуңлай. Уҡытыусы беренсе баланан һорай:
Һин нишләп дәрескә һуңланың? Әсәйем сирләп китте, дауаханаға барып, уға дарыуҙар алып килдем. Ә һин? – Уҡытыусы икенсе баланан һорай. Беҙҙең сәғәт туҡтап торған булған икән... – Ә һин һуң ниңә һуңланың?
– Минең ныҡ башым ауыртты.
Шул ваҡытта дүртенсе бала аҡырып илап ебәрә. “Ниңә илайһың?” – тип аптырай уҡытыусы.
– Ниңә һуңлағаным икәнлегенә сәбәп таба алмайым. Улар барыһын да әйтеп бөттөләр...
–Булат, әгәр ҙә һин артабан да шулай насар уҡыһаң, атайыңдың сәстәре ағарып бөтәсәк бит!
– Атайым ҡыуанасаҡ ҡына, юғиһә уның таҡыр башында бер бөртөк кенә лә сәсе юҡ!
–Нәркәс, нишләп өйгә эшеңде яҙып алманың?
–Һеҙ бит үҙегеҙ әйттегеҙ, “Байрамдарҙа өйгә эш бирелмәй,” тип. Минең иртәгә тыуған көнөм...
–Фәрит, әйт әле, Бастилионы кем алған?
–Иртәгә атайыңды директорға саҡыр!
Атаһы директорға килә. Директор эштең нимәлә икәнлеген аңлатып бирә.
–Белмәйем инде, минең улым Бастилионы алдымы икән, юҡтырмы. Өйгә ул уны килтермәне...
“Бына шулай инде, алалар ҙа кире килтермәйҙәр, ” – тип, үҙенсә генә уйлай мәктәп директоры.
–Балалар! Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, кемдәр “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡый, улар ожмахҡа эләгә. Ә “2” һәм “3”-кә уҡыусылар – тамуҡҡа!
–Гөлбаныу Зәки ҡыҙы, ә мәктәпте тере килеш тамамлап булмаймы һуң?
Башланғыс синыфтарҙа малайҙар ҡыҙҙарҙың башын портфель менән һуғалар ҙа, аҙаҡтан аптырап йөрөйҙәр: нишләп матур ҡыҙҙар барыһы ла алйот була икән, тип.
фото: https://www.pexels.com/ru-ru/