+17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
29 Апрель 2021, 16:53

Көләмәстәр

Бер заман температурам 40 градусҡа күтәрелгәс, ҡурҡышымдан, көс-хәл менән компьютерҙы асып, яҙышҡан смстарымды юйып ташланым.

Егет ҡыҙын Интернет аша фотошопты ҡулланырға өйрәтә.
- Беренсе тәҙрәне ас, һуңынан – икенсеһен, аҙаҡ беренсеһен яп. Килеп сыҡтымы?
- эйе.
- Шунан, нисек?
- Һыуыҡ булып китте.
***
- Ҡыҙым, һин ҡайҙа булдың?
- Лилиәлә, мин уға өйгә эш эшләштем.
- Ул бит тик “бишле”гә уҡый.
- Мин уға үҙемдең өйгә эштәремде эшләштем.
***
Уҡытыусы уҡыусыға:
- Һинең “с” хәрефең “е” хәрефенә оҡшаған!
Дөрөҫ яҙырға өйрән!
- Ә һеҙҙең “бишле”геҙ, белгегеҙ килһә, “өслө”гә оҡшап тора!
***
- Айрат, һинең иншаң бик матур яҙылған!
Тик ни өсөн һин уны тамамламаның?
- Эй атайымды ашығыс рәүештә эшкә саҡырҙылар...
***
География уҡытыусыһы табипҡа килгән.
- Ҡайһы ерегеҙ ауырта?- тип һораған табип.
- Аяғым.
- Ҡайһы тирәһе?
- Табанымдың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә
***
- Әсәй, мин Артур менән уйнаһам була мы?
- Юҡ, улым, ул – насар малай...
- Улайһа, уны барып туҡмаһам була мы?
***
Читайте нас: