+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
23 Май 2021, 10:52

Көләмәстәр

Ҡаҙағстанда ҡоролоҡ, ямғыр яумай. Халыҡ йыйылып аҡһаҡалға киләлә:

Ҡаҙағстанда ҡоролоҡ, ямғыр яумай. Халыҡ йыйылып аҡһаҡалға киләлә:
-ҡоролоҡ, ямғыр юҡ, нишләйек?
-ҡорбан салығыҙ.
Ҡаҙаҡтар ҡайтып ҡорбан салалар, ямғыр көтәләр. Башҡортостанда ямғыр ҡойоп үтә, быларҙа юҡ.
Ҡаҙаҡтар тағы килә аҡһаҡалға:
- нишләйек?
- ҡорбан салығыҙ.
Тағы салалар. Көтәләр, ямғыр Башҡортостанда яуа, быларҙа юҡ.
Тағы аҡһаҡалға киләләр:
-нишләйек?
-ҡорбан салығыҙ.
-ике тапҡыр салдыҡ,
Башҡортостанда яуа, беҙҙә юҡ.
- Ә һеҙ Башҡортостандан урланғанды салмағыҙ, үҙегеҙҙекен салығыҙ!
Читайте нас: