География дәресендә беҙ картанан илдең Европа һәм Азия өлөштәрендә халыҡтың иң тығыҙ йәшәгән урындарын өйрәндек.
Икенсе дәрестә уҡытыусы Ғаязды карта янына саҡырҙы.
- Үтәгәнов, әйт әле, ҡайҙа халыҡ иң тығыҙ урынлашҡан?
Ғаяз картаға күҙ йүгертеп сыҡты ла таба алмағас:
- Автобуста халыҡ тығыҙ була, - тине.
- Диңгеҙ һыуы ниңә тоҙло була?
- Диңгеҙҙең һыуы ағып китә алмай бер ерҙә генә йыйылып тора. Боҙолоп һаҫыуы бар. Шуға ла уны тоҙлайҙар, - тип яуап биргән Кәбир.
География дәресендә уҡытыусы Илнурҙан:
- Альп тауҙарының бейеклеге күпме? –тип һорай.
Бер аҙ уйлап торғандан һуң Ильнур:
- Байтаҡ – тип яуаплаған.
- Ниндәй кино ҡараның? – тип һорай атаһы.
- Индеецтар хаҡында. Тик бер нимәне аңламаным: индеецтар ниңә биттәрен ҡыҙылға буяй икән?
- Һуғышҡа әҙерләнгәндә шулай итә улар.
Кискә табан малай атаһы янына йүгереп килә:
Атай, әйҙә, тиҙерәк өйҙән шылайыҡ, әсәйем һуғышҡа әҙерләнә!.