-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
6 Август 2021, 10:33

Көләмәстәр

- Рәхмәтуллин, һиңә әллә атайың өйгә эшеңде әҙерләргә ярҙам итмәйме? - Һеҙ уға кисә “икеле” ҡуйғас, баш тартты.

Сәлимә Ҡаранаева
Фото: Сәлимә Ҡаранаева

Илнур тигән малай дауаханала:

- Ә һеҙҙә ауыртыуҙы баҫа торған берәй нәмә бармы? – тип һорай.

- Ә нимәң ауырта һинең?

- Әлегә бер нәмәм дә, әммә атайым ата-әсәләр йыйылышына киткәйне...

 

- Балалар, Ерҙең түңәрәк булыуын иҫбатларлыҡ миҫал килтерегеҙ әле.

Шунда бер уҡыусы:

- Глобус, - тип яуаплай.

 

- Рәхмәтуллин, һиңә әллә атайың өйгә эшеңде әҙерләргә ярҙам итмәйме?

- Һеҙ уға кисә “икеле” ҡуйғас, баш тартты.

 

Атаһы бәләкәй улынан:

- Улым, ә һеҙ балалар  баҡсаһында һуғышаһығыҙмы? – тип һорай.

- Эйе!

- Шунан, кем еңә инде?

- Әлбиттә, тәрбиәсе!

 

Балалар баҡсаһында:

- Балалар, ә һеҙ ни өсөн ашар алдынан ҡул йыуабыҙ?

- Мин беләм! Ҡалаҡты бысратмаҫ өсөн! – тигән кемдер.

 

Бәләкәй малай әсәһе янына килә лә һорай:

- Әсәй, ә нишләп кәнфит тышына алма һүрәте төшөрөлгән ул?

- Сөнки унда, улым, алма ҡушҡандар.

Улы аптырап әйтә һала:

- Бына һиңә мә! Ә “Кис-кис” ирисын улайһа нимәнән эшләйҙәр икән?

Автор: Сәләмә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас