+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
21 Август 2021, 14:27

Ике көсөк осраша. – Һау, – ти береһе. – Мяууу, – ти икенсеһе.

– Һин нимә, аҡылдан яҙҙыңмы әллә? – тип һорай беренсе көсөк. – Юҡ та, сит телдәрҙе өйрәнәм! – ти икән эре генә икенсе көсөк.

Ике көсөк осраша. – Һау, – ти береһе. – Мяууу, – ти икенсеһе.
Ике көсөк осраша. – Һау, – ти береһе. – Мяууу, – ти икенсеһе.

– Беҙ бөгөн дәрестә яҙыштыҡ!

– Ә нимә яҙҙығыҙ?

– Белмәйем. Уҡырға өйрәнмәнек әле!

* * *

Ике уҡыусы урамда туп менән уйнап йөрөй.

– Һеҙҙең йортоғоҙҙан ҡысҡырышҡан ҡыҙыҡ ҡына тауыштар ишетелә? – тип һорай береһе икенсеһенән.

– Әә, минең олатайым атайыма математиканан өйгә эшемде нисек эшләргә кәрәклеген аңлата.

* * *

Уҡытыусы:

– Йылы яҡҡа киткән ҡоштарҙы нисек атайҙар?

– Ял итеүселәр!

* * *

– Зәлифә, әйт әле, әгәр бер кило алма ике һум тора икән, ике кило алма өсөн әсәйең нисә һум аҡса түләргә тейеш була?

– Белмәйем инде, апай, әйтә алмайым, әсәйем ныҡ һатыулаша торған...

* * *

– Фәрит, яҙған иншаң бик оҡшаны! – ти уҡытыусы. – Тик нишләптер уны тамамламағанһың?

– Сөнки атайымды тиҙ генә эшкә саҡырттылар.

* * *

Уҡытыусы:

– Сәлим, Чапаев кем ул?

– Негрҙарҙың башлығы!

– Уныһы тағы ла ниндәй негрҙар?

– Һеҙ бит үҙегеҙ әйттегеҙ, ул аҡтарға ҡаршы һуғышҡан тип.

– Чапаев – ҡыҙылдарҙың юлбашсыһы!

– Нимә, унда индеецтар ҙа ҡатнашҡанмы?

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: