+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
27 Август 2021, 15:09

Уҡытыусы инша тикшереп ултыра, үҙе илап ултыра

Нисек итеп йәйге каникулды үткәрергә икәнлеген ниһайәт, ул аңланы. Тик һуң инде… йәше үткән.

Уҡытыусы инша тикшереп ултыра, үҙе илап ултыра
Уҡытыусы инша тикшереп ултыра, үҙе илап ултыра

Дәрестәр эшләнеп бөттө… Әсәһенең тамағы ҡарлыҡты… Күршеләр теманы ятланы... Эт ятлағанды һөйләп бирҙе. Бесәй бишле билдәһе ҡуйҙы…

***

– Ғәле, олатайың иртәгә мәктәпкә килһен!

– Һеҙ әйтергә теләйһегеҙҙер “атайым” тип?

– Юҡ, олатайың! Һинең өйгә эшеңде эшләгәндә ебәргән хаталарын мин уға күрһәтәсәкмен.

***

 

Уҡытыусы инша тикшереп ултыра, үҙе илап ултыра: нисек итеп йәйге каникулды үткәрергә икәнлеген ниһайәт, ул аңланы. Тик һуң инде… йәше үткән.

***

–Әсәй, һин миңә оҙон еңле күлдәк бирәһеңме?

–Ҡыҫҡа еңле. Ниңә улай һорайһың?

–Белер өсөн... Беләктең ҡайһы еренә тиклем ҡулды йыуырға!

***

Әсәһе ҡыҙын докторға ҡаралырға килтергән дә, һорай ҡуйған:

–Ҡыҙыма әллә нимә булды, гел генә йылмайып тик торасы?

–Ҡыҙығыҙҙың сәстәрен тағы ла нығыраҡ тарттырып үрергә ине.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: