+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
12 Сентябрь 2021, 10:15

Атаһы улына: – Беҙ уҡыған заманда мәктәптә һаҡсы торманы...

Атаһы улына: – Беҙ уҡыған заманда мәктәптә һаҡсы торманы, тәртип һағында иҙән йыуғысы тотоп ишек төбөндә йыйыштырыусы торҙо.

Атаһы улына: – Беҙ уҡыған заманда мәктәптә һаҡсы торманы...
Атаһы улына: – Беҙ уҡыған заманда мәктәптә һаҡсы торманы...

Уҡытыусы:

– Әгәр мин һиңә тәүҙә бер ҡуян, аҙаҡтан тағы ла ике ҡуян, һуңынан тағы ла өсәүҙе бирһәм! Нисә ҡуяның була?

Уҡыусы:

–Ете!

Уҡытыусы:

–Иғтибар менән тыңла! Иң беренсе – бер, аҙаҡтан – ике, шунан тағы ла өс... Нисә?

–Уҡыусы:

–Ете!

Уҡытыусы:

–Тә-әк! Әйҙә, улай булғас, икенселәй һанайыҡ. Бер алмаға ҡушабыҙ ике алманы, ҡушабыҙ тағы ла өс алманы! Нисә була?

Уҡыусы:

–Алты!

–Ниһайәт! Ә бер ҡуян, ҡушабыҙ ике ҡуян, ҡушабыҙ өс ҡуян! Нисә?

Уҡыусы:

–Ете!

Уҡытыусы:

–Нишләп ете һуң?!!

Уҡыусы:

Сөнки, өйҙә минең тағы ла бер ҡуяным бар!

***

 

Биология дәресе бара. Уҡытыусы:

–Оморҙаҡов, әйтеп ебәр әле миңә йортта йәшәүсе дүрт  аяҡлы дуҫыңды!

– Минең карауатым!

 

***

 

Улы мәктәптән ҡайта ла, атаһына:

– Атай, бөгөн һинең турала инша яҙҙым әле.

–Ысынмы? Ниндәй темаға?

–Тема – “Минең өсөн өлгө булған кеше”.

Атаһы, шатланып:

–Бик хуп! Мине ҡыуандырҙың! Ә нимәләр яҙҙың?

–Көслө, аҡыллы, матур, ихтирамлы...

Атаһы:

–Улай тип уйлауыңа шатмын.

–Ысынында иһә, мин Аронольд Шварценеггерҙың фамилияһын нисек дөрөҫ итеп яҙырға белмәй ыҙаландым, Шварцнэгер, Шварценигыр, Швартснегр...

 

***

Атаһы улына: – Беҙ уҡыған заманда мәктәптә һаҡсы торманы, тәртип һағында иҙән йыуғысы тотоп ишек төбөндә йыйыштырыусы торҙо.

 

***

Ҡыҙ: –Сәләм хайуан!

Егет: –Нимәәә?

Ҡыҙ: –Бесәйкәйем, ҡуянҡайым, ҡолонсағым тип әйтергә теләгәйнем, шуға берләштереп кенә әйттем.

фото: https://pixabay.com/

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: