+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
18 Сентябрь 2021, 10:20

Этең нисек йәшәп ята әле?

Яҡшы. Ул мине шул тиклем аңлап тора: мәктәптән ҡайтып инеү менән пор­тфелемә инеп китә, көн­дәлегем­де тиҙ генә һөй­рәп сығара ла диван аҫтына йәшереп тә ҡуя!

Этең нисек йәшәп ята әле?
Этең нисек йәшәп ята әле?

 

* * *

Әхмәт табиптан:

– Ағай, аяғым­дағы гипсты ҡасан алаһығыҙ? – тип һорай.

– Ә нимә бул­ды­?

– Гипс­лы көйө баҫҡыстан йөрөмәҫкә ҡуш­тығыҙ бит үҙегеҙ!

– Шул саҡлы баҫҡыстан йөрөгөң киләме ни­?

– Эйе шул, ағай, юғиһә анау һыу аға торған торбанан үр­мәләп ялҡтым!..

* * *

– Этең нисек йәшәп ята әле?

– Яҡшы. Ул мине шул тиклем аңлап тора: мәктәптән ҡайтып инеү менән пор­тфелемә инеп китә, көн­дәлегем­де тиҙ генә һөй­рәп сығара ла диван аҫтына йәшереп тә ҡуя!

* * *

Джун­гли. Урғылып аҡҡан йылға аша һалынған нәҙек кенә баҫмала ике фил осраша.

– Алйот­тарға мин бер ваҡыт­та ла юл бир­мәйем! – тип һөрән­ләй беренсе фил.

– Ә мин уларға һәр ваҡыт юл бирәм, – ти ҙә икенсеһе, ҡырға атлай...

* * *

Ҡыҙы ашнаҡсылар курсын­да уҡы­й. Әсәһе:

– Бешергән ашығыҙҙы үҙегеҙгә ашарға рөх­сәт итәләр­ме һуң, ҡыҙым?

Ҡыҙы (күҙ йәш­тәре аша):

– Беҙҙе мәжбүр итәләр…

* * *

Телефон шыл­тырай:

– Ал­ло! Был Ҡыш бабай­мы­?

– Юҡ! Һеҙ номерҙы яңылыш йы­йғанһығыҙ!

Бер минут үт­кәс, тағы ла телефон шыл­тырай.

– Ал­ло! Был Ҡыш бабай­мы­?

– Етер шаярырға, малай!..

Тағы ла бер минут үт­кәс:

– Ал­ло! Ҡыш бабай! Был һин­ме ул­?

– Эйе! Мин, мин! Ҡыш бабай!

– Ҡарһылыуҙы телефонға саҡырырға мөмкин­ме?

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: