-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
19 Сентябрь 2021, 10:25

Атай, һин күҙҙәреңде йомоп яҙыша беләһеңме?

Беләм. – Әтеү минең көндәлегемә ҡул тамғаңды ҡуйып ҡына ебәр әле!

Атай, һин күҙҙәреңде йомоп яҙыша беләһеңме?
Атай, һин күҙҙәреңде йомоп яҙыша беләһеңме?

Беренсе синыф уҡыусылары һөйләшә:

– Бемәйем инде, беҙҙең уҡытыусыға ышанырғамы, юҡмы... Кисә генә 5+5=10, ә бөгөн тағы ла 8+2=10 тисе...

 

 

– Атай, һине тағы ла директорға саҡырталар...

– Тәәк! Әпәт кемде әбижәйт иттең? Тәҙрә ваттыңмы? Химия кабинетын шартлаттыңмы тығы?

– Әлләсе, атай.... Был бит һинең эштән директорың шылтыратты...

 

 

Физкультура уҡытыусыһы:

– Дәрескә тигәндә, форма юҡ! Ә район буйлап йөрөргә, бөтәһе лә adidasта...

 

 

Уҡытыусы:

– Рәфит, ду ю спик инглиш?

– Нимәәә?

– Зилә, ду ю спик инглиш?

– Нимәәә?

– Илнур, ду ю спик инглиш?

– Ноу, ай донт спик инглиш!

– Нимәәә?

 

 

 

Атай, һин күҙҙәреңде йомоп яҙыша беләһеңме?

– Беләм.

– Әтеү минең көндәлегемә ҡул тамғаңды ҡуйып ҡына ебәр әле!

 

 

Әҙәбиәт дәресенән уҡытыусы тест үткәрә. Һорау: Рәсәйҙә беренсе осоусы ҡатын-ҡыҙ?

Яуап: Баба-Яга!

***

Директор кабинетының тәҙрәһенә туп һаман да осоуын дауам итте, ә балалар ул ваҡытта йәшенмәк уйнайҙар ине инде.

***

Уҡытыусы Мәхмүттән:

– Һин, ысынлап та, унға тиклем генә һанай беләһеңме? Аҡылым етмәй, кем генә булып сығырһың икән?

– Бокс буйынса судья, – ти, уҡыусы, һауалы ғына.

***

– Атай, һин күҙҙәреңде йомоп яҙыша беләһеңме?

– Беләм.

– Әтеү минең көндәлегемә ҡул тамғаңды ҡуйып ҡына ебәр әле!

***

Әҙәбиәт дәресенән уҡытыусы тест үткәрә. Һорау: Рәсәйҙә беренсе осоусы ҡатын-ҡыҙ?

Яуап: Баба-Яга!

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: