+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
26 Сентябрь 2021, 17:05

Динар, Панама каналы тураһында нимәләр ишеттең?

Бер нәмә лә. Беҙҙең телевизор ундай каналды тотмай.

Динар, Панама каналы тураһында нимәләр ишеттең?
Динар, Панама каналы тураһында нимәләр ишеттең?

- Әсәй, Артурҙың әсәләре яҡшы уҡыған өсөн уға аҡса бирә: «бишле» билдәһенә бер мең һум,  «дүртле»гә – биш йөҙ, ә «өслө»гә – биш йөҙ һумын кире ала, «икеле»гә – бер меңен.  

     - Артурың байығандыр инде?

     - юууууҡ, ул хәҙер эшкә урынлашты, ата-әсәһенә бурысын ҡайтара...

---

Уҡытыусы Әлтәфте әрләй:

  • Һин нимәшләп кисә уҡырға килмәнең?!
  • Әсәйем салбарҙарымды йыуғайны.
  • Шунан?
  • Мин өйөгөҙ эргәһенән үтеп бара инем. Ҡараһам, салбарығыҙ эленеп тора. Һеҙ ҙә мәктәпкә килмәҫһегеҙ, тип уйланым.

---

Ауыл мәктәбендә инглиз теле дәресе бара.

Уҡытыусы:

  • Фәттәхов, әйтеп ебәр әле, инглиз телендә ишек нисек була?

Фәттәхов:

  •  

Уҡытыусы:

  • What eto da!

----

     География дәресе.  Уҡытыусы:

  • Динар, Панама каналы тураһында нимәләр ишеттең ?
  • Бер нәмә лә. Беҙҙең телевизор ундай каналды тотмай.

---------

  • Атай, һине мәктәпкә саҡырталар.
  • Ни өсөн?
  • Яҙған иншаң уҡытыусыға оҡшаманы.

------

     Дилә тәүге тапҡыр мәктәпкә уҡырға килә. Беренсе звонок бирә. Өйөнә ҡайтҡас:

  • Ә дүшәмде көн тағы ла мәктәпкә барырға кәрәкме?
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: