+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
9 Октябрь 2021, 12:05

Ә ни өсөн ҡараңғылыҡтан?

– Ә һин беләһеңме, ҡараңғылыҡта теш киҫкес тотоп күпме теш табибы ултыра!?

Ә ни өсөн ҡараңғылыҡтан?
Ә ни өсөн ҡараңғылыҡтан?

* * *

Сәлим менән Ғәлим бәхәсләшә:

– Минең каратэнан ҡара билбау!..

– Ә минең һыу ингәндә кейә торған трусигымдың резинкаһы һары төҫтә!..

* * *

Балалар баҡсаһында етди һөйләшеү бара. Таһир (4 йәш) Зәлиәгә (4, 3 ай):

– Ҙурайғас миңә кейәүгә сығаһыңмы?

– Юҡ!

– Ниңә? – Таһир иларҙай була.

Беләһеңме, беҙҙең ғаиләлә бөтөнөһө лә “үҙҙәренекенә” генә өйләнә.  Мәҫәлән, минең олатайым минең өләсәйемә өйләнгән, минең атайым – минең әсәйемә, хатта минең бабайҙарым да үҙемдең генә инәйҙәремә өйләнгән...

* * *

– Ҡыҙым, йәле, ҡунаҡтарға ай исемдәрен һанап күрһәтәйек!? Йә!.. Ғи...?

– Нуар!

– Фев...?

– Раль.

– Хәҙер үҙең генә һанап инде!

– Арт, рель, ай, юнь, юль, густ, ябрь, ябрь, абрь!

* * *

Малай урам уртаһына тороп, подъезд яңғыратып ҡысҡыра:

– Әсәй! Әсәәәәй! Әсәй, әсәй, тим!

Ҡото алынған әсә, балконға йүгереп сыға:

– Нимә булды, улым?!

– Атайымды саҡыр әле!

* * *

Биш йәшлек улы менән әсә невропатологҡа килә.

– Табип:

– Малай, әйт әле, бесәйҙең нисә тәпәйе бар?

– Дүрт.

– Ә нисә ҡолағы бар?

– Ике.

– Күҙҙәре нисәү?

– Ике.

– Ә бесәйҙең ҡойроғо буламы?

– Әсәй, был ахмаҡ табип бесәйҙе лә күргәне юҡ инде әллә?

* * *

Ҡомда кескәй генә ҡыҙ уйнап ултыра, шапылдатып үҙе нимәлер сәйнәй.

Оло ғына ҡатын уның янына килә лә:

– Ҡыҙым, шул тиклем тәмле итеп нимә сәйнәйһең ул? – тип һорай.

– Әлләсе, ауыҙыма үҙе ошоп (осоп) килеп инде лә...

* * *

Ағаһы бәләкәй ҡустыһынан:

– Һин берәй нәмәнән ҡурҡаһыңмы? – тип һораған.

– Теш табиптарынан һәм ҡараңғылыҡтан ҡурҡам.

– Ә ни өсөн ҡараңғылыҡтан?

– Ә һин беләһеңме, ҡараңғылыҡта теш киҫкес тотоп күпме теш табибы ултыра!?..

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: