+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
14 Ноябрь 2021, 12:10

Дәрестә уҡытыусы уҡыусынан:

– Мин сабам, һин сабаһың, ул саба. Был ҡайһы заман була? – Тәнәфес ваҡыты, әлбиттә, – тип яуаплаған уҡыусы.

Дәрестә уҡытыусы уҡыусынан:
Дәрестә уҡытыусы уҡыусынан:

Линолеум өсөн йыл да аҡса йыймаҫ өсөн… 3-сө “Б” синыфының йонсоған ата-әсәләр комитеты “синыф иҙәненә асфальт йәйергә” тигән тәҡдим индерҙе…

 

Бабай ауылдан килеп, Өфө буйлап троллейбуста елдерә икән.

– “Зәки Вәлиди” туҡталышы. Ишектәр ябыла, һаҡ булығыҙ.

– “Мостай Кәрим” туҡталышы. Ишектәр ябыла, һаҡ булығыҙ.

– “Төхфәт Йәнәби” туҡталышы. Ишектәр ябыла, һаҡ булығыҙ.

– “Мәжит Ғафури” туҡталышы. Ишектәр ябыла, һаҡ булығыҙ.

Килә торғас, троллейбус йөрөтөүсенән һорай ҡуйған: “Улым, мин Барлыбай Дәүләтов, минең тукталыш ҡасан булыр икән?”

 

Дәрестә уҡытыусы уҡыусынан:

– Мин сабам, һин сабаһың, ул саба. Был ҡайһы заман була?

– Тәнәфес ваҡыты, әлбиттә, – тип яуаплаған уҡыусы.

 

Уҡытыусы:

– Башҡортостанда иң көслө кейектәр ниндәй?

Уҡыусы:

– Колхоз үгеҙе, әлбиттә.

 

Әбей, ҡартайып бөткәс инде бабайына:

– Бабай, әйҙә, йәш саҡтарҙы иҫләп алайыҡ. Һин беҙҙең осраша торған урынға барып тор, ә мин һуңғараҡ яныңа килермен, – ти икән.

Бабай тыңлаусан ғына китә теге урынға. Бер сәғәт көтә, ике, өс, дүрт... Өшөп, төн еткәс ҡайтып керһә, әбейе... йоҡлап ята.

Иртән торғас бабай әбейенә:

– Ниңә кисә килмәнең минең яныма?! – ти икән.

Әбей:

– Әсәйем сығарманы бит! – тип яуаплаған.

 

Илмираға биш йәш. Ҡарап тормай, аяғына ике төрлө ойоҡбаш кейә лә йөрөй. Әсәһе:

– Кеше күрһә көлөр бит, ҡыҙ башың менән улай кейенеп йөрөмә, ишен табып кей, – ти икән.

– Аптырамаҫтар,заманаһы шулай бит, әсәй! – Өләсәһенән ишетеп ҡалған һүҙҙе ҡулланып, яуап биргән ҡыҙыҡай.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: