+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
26 Ноябрь 2021, 11:33

Көләмәс

Чат­тағы һөй­ләшеү: – Һинең буйың нисә сантиметр? – 145.

Көләмәс
Көләмәс

Чат­тағы һөй­ләшеү:

– Һинең буйың нисә сантиметр?

– 145.

– Ииййй, бигерәк Дюймовочка икән­һең))) Ә ауыр­лы­ғың күпме?

– Уныһы тағы ла әҙерәк: 120 генә)))

 

 

– Мин һине яратам!

– Рәхмәт!

– Мин икен­се төр­лө яуап көт­кәйнем...

– Ҙур рәхмәт, тигән­деме?!..

 

 

– Ғүмәр, ә һин дуҫлаш­ҡан ҡыҙың менән йыш ирешә­һеңме?

– Беҙ бөтөн­ләй иреш­мәйбеҙ!

– Нисек ин­де улай?!..

– Беҙ шун­да уҡ һуғыша баш­лайбыҙ!

 

 

– Иртә­гә бөгөн кисә була =)

 

 

– Магазин­ға ҡорал­лан­ған бур инә лә һатыу­сынан һорай:

– Исемең нисек?

– Әлфиә.

– Минең әсәйемдең дә исеме Әлфиә, ярар, мин һиңә теймәм.

– Унан һуң бер егет­тең исемен һорай. Уныһы:

– Минең исемем – Сәлим, ләкин дуҫтарым Әлфиә тип тә йөрөтәләр.

 

Дәрес баш­ланып, ун минут үт­кәс, ишеккә туҡылдаталар.

– Инегеҙ, – ти уҡытыу­сы.

Ишек асылып кит­кәс, унан йүгереп хәле бөт­кән Айгиз килеп инә.

Шунан, Айгиз, ни әй­тер­һең? – ти уҡытыу­сы.

Фатима Ғәлимовна, сы­ғыр­ға мөмкин­ме?..

Көләмәс
Көләмәс
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: