+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
3 Ғинуар 2022, 17:40

Көләмәстәр йыйынтығы - 1

Айыу ҡыш уртаһында уянып китә. Өңө һыуыҡ, ҡорһаҡ ас, тышта сатнама һыуыҡ. Йыбанһа ла, ауыл яғына юл тота. Дауамы:

Көләмәстәр йыйынтығы - 1
Көләмәстәр йыйынтығы - 1

Айыу ҡыш уртаһында уянып китә. Өңө һыуыҡ, ҡорһаҡ ас, тышта сатнама һыуыҡ. Йыбанһа ла, ауыл яғына юл тота. Ас тамаҡты туйҙырырға кәрәк бит. Бер аҙбар янына килеп етә, ҡараһа, елле генә ат бесән ашап тора, ти.

– Ат, мин һине хәҙер үк тамаҡлайым! – ти.

– Мине ашарға ярамай!

– Ни өсөн әле ул һине ашарға ярамай?!!!

– Сөнки мин колхоз малы!

– Колхоз малы икәнеңде нисек раҫлай алаһың, йә?

– Артыма яҙылған. Бар, уҡып ҡара!

Айыу айғырҙың арт яғына сығып та өлгөрмәй, “шаңҡ” итеп тибелеп көрт араһына бүһерелеп барып ята. Бер нисә сәғәттән һуң ғына аңына килә лә: “Ахмааааҡ, үәт ахмаҡһың да инде, тайыштабан! Тфү!!! Аттың арт яғына ниңә барам инде?! Исмаһам, уҡый белһәм бер хәл!”

– Ысынлап яңы джинсы ыштан кейеп алғанһыңмы ул?!!!

– Эйеее, өр-яңы!

– Яңыға оҡшамағансы... Нишләп бер тишеге лә юҡ?!

* * *

Үткән быуат баштары. Өфө ҡалаһы урамы буйлап ҡысҡыра-ҡысҡыра бер гәзит һатыусы малай йүгерә икән:

– Сенсация! Сенсанция! Бик ҡыҙыҡлы хәбәр! Алтмыш кешене төп башына ултыртҡандар! 

– Ҡана-ҡана, малай, гәзитең күпме тора? – ти бер ир.

– 10 һум, ағай! Алығыҙ!

– Мә, тот! Килтер гәзитеңде.

Малай йүгерә-йүгерә юлын дауам итә:

– Сенсация! Сенсация! Уҡырға ашығығыҙ! Алтмыш бер кешене төп башына ултыртҡандар!

* * *

Теш табибына пациент килә.

Һораулама тултырып ултырғанда табип пациенттан:

– Эшләгән урынығыҙ? – тип һорай.

– Мин теш табибы, – ти пациент.

– Шулаймы?! Ниңә үҙегеҙҙе үҙегеҙ дауаламайһығыҙ һуң?

– Мин бит бик ҡиммәт хаҡ алам!

* * *

Юғары уҡыу йорто стунденттары имтихан тапшырған көн. Аудиторияға профессор килеп инә лә:

– Кем яуап бирә – шуға “биш”! Минең исемем нисек?..

Тынлыҡ.

– Йә, “дүрт”лек һорау: бөгөн ниндәй фәндән имтихан тапшыраһығыҙ?

Бер кем өндәшмәй.

– “өс”лө һорау... Дәреслектең тышында нимә тип яҙылған?

Арттағы партала икәү шыбырлаша:

– Ҡарале, был беҙҙе нисек батыра, ә?!..

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: