+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
5 Ғинуар 2022, 17:45

Көләмәстәр йыйынтығы - 2

Маршрут автобусында әбей һыйыр һымаҡ һағыҙ көйшәп килеүсе малайға оҙаааҡ итеп ҡарап ултыра-ултыра ла, эйелеп:

Көләмәстәр йыйынтығы - 2
Көләмәстәр йыйынтығы - 2

Маршрут автобусында әбей һыйыр һымаҡ һағыҙ көйшәп килеүсе малайға оҙаааҡ итеп ҡарап ултыра-ултыра ла, эйелеп:

– Улым, юҡҡа ғына һөйләйһең. Ҡолаҡтарым барыбер нәмә лә ишетмәй. Дөм һаңғыраумын шул! – тигән ти, зарланып.

* * *

Теш табибы пациентҡа:

– Тешегеҙҙе дауалап бөттөм. Ике сәғәт тирәһе ашамай тороғоҙ!

– Ике сәғәт тисе... һеҙҙәге хаҡтар менән ярты йыл ас йөрөргә тура килер әле миңә!

* * *

Мәскәүҙә йәшәүсе бер башҡорт светофорҙа Тойотаһы менән текә генә джиптың күтенә киел ингән, ти. Джиптан бер-бер артлы әзмәүерҙәй, уҫал ҡарашлы дүрт кафказ сырайлы ир килеп тә сыҡҡан.

– Егеттәр, аңлайым. Минең хата! Урамда буҡ сәйнәп тороп булмай бит инде, әйҙәгеҙ, мин яҡында ғына торам. Шунда барыһын да хәл итербеҙ. – ти.

Башҡорттоң фатирына килеп инәләр былар. Башҡорт кәштә артынан боронғо ғына сәйнүген килтереп сығара ла, таз да быз килтереп ыуа башлай. Оҙаҡламай сәйнүктән джин килеп сыға.

– Тыңлайым әфәндем! Ни бойорорһоң?

– Күрмәйһеңме әллә, ҡунаҡтар килгән бит! Йә, йәһәт кенә, сәй-мәй шунда...

– Башҡорт, тыңла әле. Беҙҙең джипты үҙеңә ал. Багажнигында дүрт йәшник доллар ята. Тик ошо сәйнүгеңде беҙгә бирәһең!

– Нимә тиһең инде. Мин ғәйепле бит. Килештек, алығыҙ! – ти башҡорт. )

Теге егеттәр тиҙ генә өйҙәренә ҡайталар ҙа сәйнүкте тызыра башлай. Бына джин килеп сыға ла:

– Хәйерле сәғәттә, яңы әфәнделәрем! Ни бойорорһоғоҙ? – ти.

– Иң тәүҙә, һәр беребеҙгә багажнигы аҡса менән тулы берәр джип!

– Эээ... Дуҫтар, туҡтағыҙ әле, мин башҡорт джины... Мин сәй-мәй генә... ))))

 

 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: