+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
8 Ғинуар 2022, 17:50

Көләмәстәр йыйынтығы - 4

И-их, алйот ҡына этем бар. Мин уға гәзит алып килергә ҡушһам, ул миңә аш бешерә башлай…

Көләмәстәр йыйынтығы - 4
Көләмәстәр йыйынтығы - 4

Өс йәшлек ҡыҙ тәүге тапҡыр балалар баҡсаһына килә. Ул нисек тә иламаҫҡа тырышып:

– Әсәй, анауы ҡыҙ иламаһын әле, юғиһә минең дә илағым килә, – тигән.

ххх

Ялҡау юлда барғанда йығылған. Тороп бер аҙ киткәс, абынып, тағы барып төшкән. Шунан һуң:

– Икенсе тапҡырға йығыласағымды белгән булһам, бая йығылғас та, тормаған булыр инем, – тигән.

ххх

– Минең этем шундай аҡыллы: ишек янына килә лә ҡыңғырауға баҫа, һәм мин уны өйгә керетәм…

– Ә минеке шылтыратмайсы…

– И-ий, йүләр икән дә этең…

– Юк та, уның үҙенең асҡысы бар…

ххх

Улы әсәһенә:

– Әсәй, ниңә һин тиҙ үҫтең инде? Бына әле бергә уйнар инек.

ххх

– И-их, алйот ҡына этем бар. Мин уға гәзит алып килергә ҡушһам, ул миңә аш бешерә башлай…

ххх

Бер кафеға этен эйәртеп бер кеше керә лә, этем һөйләшә ала тип пари тота. Әммә эте тынын да сығармай. Баяғы кеше пари аҡсаһын түләй ҙә моңһоуланып сығып китә.

– Һин беләһеңме, һинең арҡаңда мин күпме аҡса отторҙом, – ти. – Һин ниңә бер һүҙ ҙә өндәшмәнең, ә?

– И-их, йүләр, һин иртәгә күпме отоуыбыҙ тураһында уйла!

ххх

– Ниңә һәр шәмбе һеҙҙең фатирығыҙҙа бесәй ҡысҡыра ул?

– Мин уны йыуам…

– Мин дә йыуам, минеке ҡысҡырмай бит улай!

– Ә һеҙ уны һыҡмайһығыҙ мәллә?

ххх

Бүре менән ҡуянды хәрби комиссириатҡа комиссия үтергә саҡырғандар. Тәүге булып ҡуян инеп киткән дә, ҡыуанып килеп сыҡҡан:

– Мине алманылар, яраҡhыҙhың,– тинеләр.

Бүре:

– Нисек инде – яраҡhыҙ?

– Минең аяҡтарым шәп булhа ла, күҙҙәрем бик насар күрә, hин беләhең бит, улар ҡылый.

– Һин бит мине бер саҡрымдан күрәhең, – тип аптыраған Бүре.

Ҡуян – Бүрегә:

– Ана, ағасты күрәhеңме?

– Күрәм.

– Ағастың ботағында бер бәләкәй генә ҡош ултыра, күрәhеңме?

– Күрәм.

– Ә мин күрмәйем, – тигән.

 

Тарих дәресе бара. Булат Сабировищ Кәримде аяҡҡа баҫтырып: 
– Һинең ҡасандан алып минең дәрестә булғаның юҡ, Кәрим? - тип һорай. 
– Рим империяһы тар­ҡала башлағайны, Булат Сабировищ... 

 

– Тәәәк, Рәшиииит! Һин ниңә контроль эшен күршеңдән күсерҙең? - ти уҡытыусы апай. 
– Ҡайҙан белдегеҙ быны, Рәйсә Камиловна? 
– Бишенсе һорауҙа Назилә «Мин белмәйем!» тип яҙған. Ә һин «Мин дә!» тип яҙып ҡуйғанһың.

 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: