+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
9 Ғинуар 2022, 17:55

Көләмәстәр йыйынтығы - 5

– Әсәй, мине мәктәптә бөтәhе лә hаран тип үсекләй. – Ни өсөн? – 100 hум бирhәң, әйтәм.

Көләмәстәр йыйынтығы - 5
Көләмәстәр йыйынтығы - 5

– Айнур, һин Батырҙы күрмәнеңме? Дәрескә килмәнесе…

– Өйөндә ул, дүрт аяҡлы дуҫынан айырыла алмай.

– Бә-ә-әй, эт һатып алғанмы ни?!

– Ҡайҙан! Диван – уның дуҫы, диван!

 

Юғары уҡыу йортонда лекция бара. Лектор:

– Йә, әйтегеҙ әле: кемегеҙ Салауат Юлаевтан да батырыраҡ, Аҡмулланан да зирәгерәк, Рәми Ғариповтан да үткерерәк, Соломон батшанан да ғәҙелерәк?

Иң аҙаҡҡы рәттән бер егет:

– Әсәйҙең әхирәтенең малайы тураһындағы легенда бында ла килеп еткән икән, – ти аптырап.

 

– Вәли, бына һиңә ун кәнфит, шуларҙың яртыһын ҡустыңа бирерһең.

– Мин уға өс конфет бирәм.

– Һин һанай белмәйһеңме ни?

– Мин беләм, ҡустым  белмәй.

 

– Әсәй, мине мәктәптә бөтәhе лә hаран тип үсекләй.

– Ни өсөн?

– 100 hум бирhәң, әйтәм.

 

Атаһы 5 йәшлек улына өндәшә:

– Ҡарале һин аны, ә!!! Балалар баҡсаһында ла шулай һуғышаһыңмы?!

– Эйеее…

– Кем еңә?

– Тәлбиәсе Лимма апай…

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: